Театрҙан һуң (хикәйә)

Антон Чеховтың хикәйәһе

«Театрҙан һуң» («После театра») ― урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чехов хикәйәһе.

Театрҙан һуң
Нигеҙләү датаһы 1884
Атамаһы После театра
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q96757603? һәм After the Theatre[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 7 (19) апрель 1892
Баҫылған Петербургская газета[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалары

үҙгәртергә

Әҫәр тәүге тапҡыр 1892 йылдың 7 апрелендә «Петербург гәзите»нең ("Петербургская газета") 94-се һанында) «Радость» исеме аҫтында «Антон Чехов» ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Һуңғараҡ хикәйә А. П. Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһының А. Ф. Маркс нәшер иткән баҫмаһында 18991901 йылдарҙа донъя күрә. Был баҫма өсөн хикәйә бер ни тиклем ҡыҫҡартыла, унда Надяның уйҙары, Горный һәм Груздевтарҙың сағыштырмаса ҡылыҡһырламаһы төшөрөп ҡалдырыла. Бөтә төҙәтеүҙәр һәм ҡыҫҡартыуҙар арҡаһында сюжет башлыса төп геройҙың кисерештәре тирәһендә туплана.

Яҙыусы тере саҡта «Театрҙан һуң» хикәйәһе поляк, чех, словак һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителә[1].

Яҙылыу тарихы

үҙгәртергә

"Петербург гәзите"ндә яҙыусы 1888 йылдан бирле үҙ әҫәрҙәрен баҫтырмаһа ла, Чеховҡа Санкт-Петербургта 1891 йылдың декабрендә-1892 йылдың ғинуарында гәзиттең нәшерсеһе С. Н. Худеков хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итә. «Худеков, мин уға мөрәжәғәт итмәһәм дә, минең буласаҡ әҫәрем өсөн һәр яҙған юлыма 40 тин иҫәбенән 200 һум түләргә булды», — тип Чехов Н. М. Ежовҡа 1892 йылдың 2 ғинуарында, Худеков менән һөйләшеүенә ике көн уҙғас, яҙып ебәрә. Ошо аванс иҫәбенә Чехов «Петербург гәзите» өсөн «Шатлыҡ (Радость)» хикәйәһен баҫтырырға ебәрә. Хикәйә өҫтөндә Чеховтың был ваҡытта нисек эшләгәне тураһында уның хаттарында бер нимә лә яҙылмаған. Чехов, моғайын, берәй яҙылып бөтмәгән романынана ингән хикәйәне ебәргәндер, тип фараз ҡылырға ғына мөмкин. Моғайын, шунлыҡтан уның Зелениндар ғаиләһе менән бәйле сюжетының ҡулъяҙмаһында икенсе һаны менән яҙылған билдә ҡуйылмағандыр.

Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, «Театрҙан һуң» (После театра) хикәйәһе, моғайын, тәү башта Чеховтың 1880-се йылдар аҙағында яҙған романы составына ингән булғандыр. Был роман бик үк ғәҙәти булмаған жанр формаһында — «бер-береһе дөйөм интригалар, идеялар һәм ундағы персонаждар менән бәйләнгән, ләкин айырым тамамланған хикәйәләр кеүек яҙылған. Һәр бер хикәйәнең үҙ атамаһы бар», — тип Чехов А. С. Суворинға 1889 йылдың 11 мартында яҙа. Бына ошондай хикәйә — роман киҫәктәрен Чехов ижад итә һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен хатта күсереп, матурлап яҙып ҡуя (был турала ул А. М. Евреиноваға 1889 йылдың 10 мартындағы хатында әйтеп уҙа). Яҙыусы уларға номерҙар биреп, дөйөм бер әҫәр итеп сығарырға йыйынғаны хаҡында Н. А. Лейкинға 1889 йылдың 22 майында хат яҙып һала. Был нумерацияның эҙҙәре яҙыусы тере сағыда яҙылып та баҫтырылмай ҡалған «I. Зелениндарҙа (У Зелениных)». «III. Хат (Письмо)»[2] ҡулъяҙмаларында һаҡлана. «Театрҙан һуң» хикәйәһе (уның икенсе атамаһы «Шатлыҡ» (Радость)) жанр үҙенсәлектәре (уларҙың өсәүһендә лә иғтибар үҙәгендә хат тора һәм ундағы ваҡиғалар ошо хат янында тупланған) сәнғәт яҙмышы һәм йөкмәткеһе тураһындағы проблемалары ла бер төҫлө. «Театрҙан һуң» хикәйәһенең төп героиняһы Зелениндар ғаиләһенән. Тап бына ошо ғаилә тураһында «I. Зелениндарҙа (У Зелениных)» хикәйәһендә һүҙ бара ла инде. Был ғаилә шулай уҡ «III. Хат (Письмо)» хикәйәһендә лә һүрәтләнә[1].

Надя Зеленина, ун алты йәшлек ҡыҙ, әсәһе менән театрҙа «Евгений Онегинды» ҡарағандан һуң, ундағы Татьяна кеүек хат яҙырға була. Уға офицер Горный һәм студент Груздев ғашиҡ, ә ҡыҙ үҙе уны бер кем дә һөймәй тип уйлай, әгәр шулай булһа, уның хәле бик бәхетһеҙ һәм, тәбиғи ки, ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Ул егеттәрҙең ҡайһыһына хат яҙырға белмәй уйланып ултыра. Ахырҙа ул Груздевҡа, уны ла, Горныйҙы ла ысынлап яратмауына ҡарамаҫтан, хат яҙып ебәрергә була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ФЭБ: Долотова и др. Примечания: Чехов. ПСС. Т. 8. — 1977 (текст). feb-web.ru. Дата обращения: 3 июль 2017.
  2. Д. Медриш. Страницы ненаписанного романа. — «Русская литература», 1965, № 2