Таҡаты (һырт)

Башкортостандың Ишембай һым Ғафури райондарындағы тау һырты

Таҡаты (башҡ. Таҡаты, Тәҡәте) — Башҡортостандың Ишембай һәм Ғафури районы билмәләренең көнсығышында ятҡан һырт.

Таҡаты
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 657 метр һәм 544 метр
Оҙонлоҡ 20 km
Киңлек 6 km
Карта

Таҡаты һырты көньяҡтан төньяҡҡа табан Таҡаты йылғаһы (Еҙем ҡушылдығы) буйлап Айыулы (Рәүҙәк ҡушылдығы) йылғаһының Ишембай һәм Ғафури районы ерҙәрендә ятҡан тамағына тиклем һуҙыла .

Оҙонлоғо — 20 км, киңлеге 5—6 км, бейеклеге — 657 м. Һыртта 485—657 м бейеклектәге биш түбә бар (Ҡараарҡа, Оҙонҡортһырт, Яманташ һ.б.).

Һырттың рельефы плато һымаҡ түбәле тәпәшәк тауҙар, йылға үҙәндәренән һәм тау араларынан ғибәрәт.

Тау тоҡомо вендтың терриген тоҡомонан тора.

Таҡаты һыртында Еҙем йылғаһы ҡушылдыҡтары баш ала (Таҡаты, Ҡарайылға, Балайылға, Зәйнеш һәм башҡа.).

Таҡаты тауының атамаһын башҡортса «тәҡәт» һүҙенә бәйләүселәр бар. «Тәҡәт» -түҙемлек, рус.терпение. Һырт бик оҙон һәм бейек, бәлки шуға уны үтергә түҙемлек талап ителеүгә ишаралыр.

Ландшафт

үҙгәртергә

Һыртта көлһыу- һоро урман һәм ҡыҙғылт тупраҡта үҫкән иң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандар үҫә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.