Ташлы (Таналыҡ ҡушылдығы)
Ташлы — Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан территориялары буйлап аҡҡан йылға. Таналыҡтың уң ҡушылдығы.
Ташлы | |
Ҡайҙа ҡоя | Таналыҡ |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Тиргәмеш |
Йылғалағы һыу ятҡылығы | Аҡъяр һыуһаҡлағысы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 44 km |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЙылғаның оҙонлоғо 44 км[1], бассейн майҙаны яҡынса 430 км²[2]. Урал аръяғы тигеҙлеге көньяғында аға. Инеше Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы (төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә) Новосимбирка ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта ята. Үрге өлөшөндә Новосимбирка ауылы аша төньяҡ-көнсығыша табан аға, артабан, Башҡортостандың Хәйбулла районындағы Әбүбәкер һәм Федоровка ауылдары аша үтә һәм Аҡъяр ауылына ҡаршы Таналыҡҡа уң яҡ ярынан ҡушыла. Йылға таҙа һыулы, эргә-тирәһендә хуш еҫле сәскәле болондар.
Йылғаның түбәнге ағымында Аҡъяр һыуһаҡлағысы ҡоролған. Йылға тамағынан 3,4 км алыҫлыҫта быуылған[2]).
Төп ҡушылдыҡтары (тамағы яғынан, һул): Тиргәмеш (оҙонлоғо 25 км), Атингән, Апташҡы.
Йылға бассейнында эре тораҡ пункты Ивановка урынлашҡан, шулай уҡ — Байғусҡар, Атингән, Яковлевка (барыһы ла — Башҡортостан) ауылдары һәм Федосеевка ҡасабаһы (Ырымбур өлкәһе).
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Магнитогорск гидроузелынан алып тиклем Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем Яйыҡ йылғаһы. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө).
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002868[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 «Ташла» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ 2,0 2,1 Шабаев Ш. К. Акъярское водохранилище // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.