Аҡъяр һыуһаҡлағысы

Аҡъяр  һыуһаҡлағысы (Аҡъяр һыуһаҡлағысы — Аҡъяр ауылы исеменән) — Башҡортостандың Урал аръяғында иң ҙур һыуһаҡлағыс.  Күләме — 49,4 млн м³.  Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.эргәһендә урынлашҡан. Ташлы йылғаһын быуыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.  2002 йылда файҙаланыуға тапшырыла.

Аҡъяр һыуһаҡлағысы
Күлгә ҡойоусы йылғалар Ташлы (Таналыҡ ҡушылдығы)
Күлдән аҡҡан йылғалар Ташлы (Таналыҡ ҡушылдығы)
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Тәғәйенләнеүе үҙгәртергә

Комплекслы:

  • Ташлы йылғаһының яҙғы ағыуын көйләү өсөн;
  • Аҡъяр ауылын ташҡындан һаҡлау өсөн;
  • рекреацион: ял базаһы, шифахана, палаткалар ҡаласығы, һунарсы һәм балыҡсы өйө;
  • балыҡ үрсетеү: табан балыҡ, ҡорман, алабуға, суртан, сабаҡ;
  • һуғарыу;
  • һыу менән тәьмин итеү (һыу менән тәьмин итеүҙең гарантиялы сығанағын булдырыу).

Туризм, балыҡсылыҡ үҫешкән

Һыуһаҡлағыстың төп параметрҙары  үҙгәртергә

  1. Майҙан йөҙө  (НПУ) — 743 гектар;
  2. Күләме:
    • тулы — 49,40 млнм³;
    • файҙаһыҙ күләме — 0,207 млнм³;
  3. Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо — 9,40 км;
  4. Һыу тәрәнлеге:
    • максималь — 16,00 м;
    • уртаса — 6,60;
  5. Файҙаһыҙ күләменең ылымыҡланыу ваҡыты — 20 йыл;
  6. Иҫәпләнгән баҫымы — 15 м;
  7. Тупраҡ быуа:
    • иҫәпләнгән бейеклеге — 17,80 м;
    • һырт билдәһе — 330,30 м (БС);
    • һырт буйлап оҙонлоғо — 2 282,00 м.;
    • һырты буйынса киңлеге — 10,00 м;

Объектты төҙөү һәм уны эксплуатациялау — «Башмелиоводхоз».

Аҡъяр һыуһаҡлағысының грунттағы плотинаһында ҡоролмаларҙа  ла, шулай уҡ нигеҙендә лә фильтрация контроленең төп элементы булып пьезометрҙар тора, улар күҙәтеү скважиналарынан пьезометр селтәрен барлыҡҡа килтерә. 

Башҡалар үҙгәртергә

2004 йылда бында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов була[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кутлияров Дамир Наилевич. Оценка состояния и комплексное обустройство водосбора р. Таналык Республики Башкортостан : диссертация … кандидата технических наук : 06.01.02 / Кутлияров Дамир Наилевич; [Место защиты: Моск. гос. ун-т природообустройства].- Уфа, 2009.- 176 с.: ил. РГБ ОД, 61 09-5/1652

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [1]
  • [2] 2013 йыл 3 апрель архивланған.
  • [3](недоступная ссылка)
  • [4] 2011 йыл 17 октябрь архивланған.
  • РАСПОРЯЖЕНИЕ Кабинета Министров РБ от 03.06.2002 № 493-р «О ВВОДЕ В ЭКСПЛУАТАЦИЮ АКЪЯРСКОГО ВОДОХРАНИЛИЩА В ХАЙБУЛЛИНСКОМ РАЙОНЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»