Татар Ҡарамалыһы
Татар Ҡарамалыһы (Ҡарамалы; татар. Татар Карамалысы, рус. Татарские Карамалы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
Татар Ҡарамалыһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Александровское сельское поселение[d][1] |
Атамаһы
үҙгәртергәУрыҫтар йәшәгән Ҡарамалы (хәҙер Александровка) ауылы менән бутамаҫ өсөн мосолмандар йәшәгән шул уҡ исемдәге ауыл Татар Ҡарамалыһы тип атала.
География
үҙгәртергәАуыл Ҡарамалы йылғаһы буйында, Сарман ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәАуылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка-Ҡарамалы административ-территориаль улусы составына керә[3].
XX быуат башында ауылда 2 мәсет, мәктәп, һыу тирмәне, хужалыҡ магазины теркәлгән[3][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[2].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 136 башҡорт, 112 татар һәм 9 типтәр; 1859 йылда — 108 ир затлы татар һәм 159 ир затлы башҡорт; 1912 йылда — 133 ихатала 464 аҫаба башҡорт һәм 89 ихатала ? дәүләт крәҫтиәне (татарҙар) иҫәпләнгән[3][4].
1795 | 1834 | 1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
257 | 884 | 1027 | 906 | 1301 | 833 | 959 | 666 | 645 | 720 | 627 | 392 | 366 | 365 |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғөбәйҙулла Яманғолов (1791—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 176-179. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 131. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.