Тарханова Флёра Ғабдрахман ҡыҙы
Тарханова Флёра Ғабдрахман ҡыҙы (25 май 1947 йыл — 31 июль 2018 йыл) — шағир һәм тәржемәсе. 1995 йылдан Татарстандың Журналистар, 1998 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Тарханова Флёра Ғабдрахман ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 1947 |
---|---|
Тыуған урыны | Чистай районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 31 июль 2018 |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тәржемәсе |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәФлёра Ғабдрахман ҡыҙы Тарханова 1947 йылдың 25 майында Татар АССР-ының Чистай районы Яуширмә ауылында уҡытыусыларҙың 9 балалы ишле ғаиләһендә тыуған. Яуширмә һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1962), Арча педагогия техникумын (1966), Ҡазан дәүләт университеты тарих-филология факультетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлеген (1975) тамамлаған. «Эш ҡағыҙҙарында һәм рәсми документтарҙа русса терминдарҙың татарча эквиваленттары» темаһына «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (2005).
2018 йылдың 31 июлендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була, тыуған ауылында (Чистай районы Яуширмә ауылы) ерләнә[1][2] .
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә- 1966-1970 йылдарҙа Чистай районы Сиреүле Шонталысы мәктәбендә, һуңынан Ҡырғыҙстан ССР-ының Ош өлкәһе мәктәптәрендә математика һәм рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.
- 1970-1975 Ҡазан дәүләт университеты студенты.
- 1975-1976 университетты тамамлағас, аспирантурала уҡый, ләкин уны тамамлап бөтөрмәй.
- 1976-1988 «Радиоприборҙар» заводында инженер-конструктор.
- 1990 йылдарҙа хеҙмәт юлы журналистика менән бәйле: «Шәһри Казан» гәзитендә — тәржемәсе, «Татарстан хәбәрләре» гәзитендә тәржемәсе һәм тәржемә бүлеге мөдире (1994).
- 1995 йылдан Татарстан республикаһы министрҙар кабинеты аппаратында тәржемәсе — баш референт, протоколдар бүлегенең баш кәңәшсеһе. Татарстан фәндәр академияһы янында төҙөлгән терминология комиссияһы ағзаһы.
Ижады
үҙгәртергә1990 йылдарҙа көндәлек матбуғатта һәм нәшриәт баҫмаларында әҙәби тәржемәләре, очерк-хикәйәләре һәм шиғырҙары баҫылып сыға. Мәхәббәт, йәшлеккә арналған, милләт яҙмышы хаҡында борсоулы уйланыулы лирик шиғырҙар, балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр яҙа. Әҫәрҙәрендә әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләрен күтәрә. Шиғырҙарына композиторҙар көйҙәр яҙа.
Тәржемәләре
үҙгәртергә1971 йылда сыҡҡан «Азәрбайҗан хикәяләре» китабына Н. Аббасзадә һәм М. Ибраһимов әҫәрҙәре Ф. Тарханова тәржемәһендә тупланған[3]. Рәсми документтар, эш ҡағыҙҙары, төрлө ҡулланмалар менән бер рәттән, урыҫ, украин, әзербайжан яҙыусылары хикәйәләрен тәржемә итә. Кәфил Әмировтың «Хокук саклау органнарында эш кәгазьләре» (Деловые бумаги в правоохранительных органах), Зөфәр Фәтхетдиновтың «Өзелгән куллар кемне эләктерер» һәм «Унынчы корбан» исемле детектив повестарын, Г. Сәйфуллина-Михееваның «Мөхәммәд пәйгамбәр тормышыннан хикәяләр» китабын (1997), Д. Әхмәрова-Сабитованың «Салих Сәйдәшев» китабын (2001), Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күзләрен ача» романын (2015) тәржемә итә. 1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Русса-татарса ижтимағи-сәйәси һүҙлекте» төҙөүселәрҙең береһе. «Республика Татарстан. Увлекательное путешествие» китабын тәржемә итә (2013)[4] .
Китаптары
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Әдипләребез. Биобиблиографик белешмәлек. Казан, Татарстан китап нәшрияты, 2009.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә
|
|
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Флёра Тарханова
- Китаплары турында 2017 йыл 13 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Флера Тарханова вафат...(недоступная ссылка). Татарстан язучылар берлеге сайты, 31.07.2018
- ↑ Күренекле шагыйрә һәм тәрҗемәче Флера Тарханова вафат. Азатлык радиосы, 31.07.2018
- ↑ Татарстан язучылары izi.TRAVEL сйтында
- ↑ «Казан көне» сайтында 2021 йыл 21 апрель архивланған.