Таррафал (Сантьягу)


Таррафал (порт. Tarrafal) — Кабо-Верденың Сантьягу утрауындағы төньяҡ ярында урынлашҡан ҡасабаһы. Дәүләт баш ҡалаһы Праянан 70 км алыҫлыҡта, Грасиоз тауы итәгендә урынлашҡан.

Таррафал
Рәсем
Дәүләт  Кабо-Верде
Административ үҙәге Таррафал[d]
Административ-территориаль берәмек Таррафал[d]
Халыҡ һаны 6272 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 464 метр
Карта
 Таррафал Викимилектә

 
Концлагерь
 
Концлагерь

1936 йылдың 26 ғинуарында ҡасабала Португалияның сәйәси тотҡондары өсөн төрмә булдырыла. Был төрмә 1974 йылдың 25 апреленә тиклем эшләгән. Беренсе коменданты — Мануэль душ Рейс, төрмә табибы — Эшмиральду Пайш Прат. Тарраффал Португалияның сәйәси дошмандарының төп төрмәһе булған. Бында Португалияның Африкалағы колонияларынан сәйәси енәйәтселәр һәм революционерҙар тотҡонлоҡҡа килтерелгән. Лагерь ҡаты климаты менән айырылып тора. Даими иҫкән шомло елдәр тотҡондарҙа баш ауыртыуын тыуҙырған. Яза ҡулланыу практикаһы ла бында ғәҙәти була. Режим боҙоусылар өсөн карцер аш-һыу әҙерләү бүлмәһе менән стена аша урынлаштырылған була. Ундағы температура 70-80 С градусҡа тиклем күтәрелгән, ә карцерҙа тотҡон өсөн бары тик ултырырлыҡ ҡына урын булған. Лагерҙа бер нисә локаль участкалар булған, бында ултырыусы тотҡондар лагерҙың башҡа өлөштәре ттураһында бер ни ҙә белмәгән. Лагерҙан ҡасырға ла шулай уҡ мөмкинлек булмаған. Тыштан ҡарағанда лагерь кәртәһе бик бейек күренмәһә лә, эске яҡтан ул бик бейек булған һәм һыулы соҡор менән тирәләй уратып алынған. Соҡорға терәлеп торған урындар сәнскеле тимер сым менән уратылған. Сым буйынса электр тогы ебәрелгән.

Хәҙерге көндә төрмә территорияһында ил Ҡораллы көстәренең уҡыу үҙәге урынлашҡан. Концлагерҙың бер өлөшө музей булараҡ асыҡ.[1]

 
Таррафал

Кабо-Верденың башҡа ҡалаларындағы кеүек үк , Таррафал иҡтисадының төп нигеҙе — туризм.[2] Ҡасабала ҡунаҡтарҙы бер нисә ҡунаҡхана ҡабул итә:

  • Байа Верде — туристик ауыл;
  • Король Фишер — Атлантик океан ярындағы 25 апартамент ҡунаҡханаһы;
  • Мар Азул** — океандан 800 метрҙа торған ҡунаҡхана;
  • Миль Нуитс;
  • Таррафал — заманса ҡунаҡхана;
  • Сул Марина;
  • Тата;
  • Ботанику виллаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

[Категория:Португалия]]