Тарихи йырҙар (рус. Исторические песни) — патриотик йөкмәткеле рухи мираҫ[1]

Тарихи йырҙар
Сәнғәт формаһы Йыр
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 2023

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тарихи йырҙар — халыҡ тарихында булып үткән һынылышлы осорҙар, халыҡ күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиғалар, шулай уҡ ил, халыҡ азатлығы өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт киткән шәхестәр, йәки киреһенсә, халыҡ мәнфәғәтен һанға һуҡмаған түрәләргә арнап сығарылған йыр мираҫы. Был йырҙарҙы, һис шикһеҙ, халыҡ тарихының поэтиклаштырылған йылъяҙмаһы тип атарға мөмкин. Фольклорсы ғалим, филология фәндәре кандидаты Салауат Галин уларҙы 6 төркөмгә бүлеп ҡарай:

1. Тыуған ил һәм ырыу-ҡәбилә берҙәмлеге тураһындағы (Урал (йыр), Солтанбәк (йыр), «Искәндәр», «Йыуасалы», «Сәҙе буйы», «Справник», Йәмәлекәй (йыр), «Башҡорт ере», «Шарлы урман» һ. б.);
2. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына арналған (Салауат (йыр), Салауат батыр (йыр), «Кинйәмырҙа», «Ырыстандар йыры», «Киҙәгәс», «Тәфтиләү» һ. б.);
3. 1812 йылғы Ватан һуғышына бағышланған (Эскадрон (йыр), Француз көйө (йыр), «Һары ла сәс», «Һай, илкәйем», «Любизар», «Әхмт Байыҡ», «Ҡаһым түрә», «Ҡалмантай», «Кутузов» һ.б.);
4. Кантон башлыҡтары хаҡындағы (Ҡаһарман кантон, Ҡолой кантон (йыр) (йыр), «Түрәкәй», «Сибай», «Мирхәй катон», «Азаматов кантон» һ. б.);
5. Ҡасҡындарға арнап сығарылған (Буранбай (йыр), Ялан Йәркәй, «Бейеш», «Шафиҡ», «Шәрәфетдин», «Ирәле», Ғүмәров (йыр) һ. б.);
6. Хәрби поход һәм әрме йырҙары(Әрме (йыр), Һыр (йыр), «Уйыл», «Имәнғол», «Карпат», «Һалдат йыры», «Азамат», «Аҡмырҙа», «Окоп көйө», «Траншея» һ. б.).

Мәшһүр «Урал» йыры — ырыу-ҡәбиләләр берҙәмлегенә өндәгән музыкаль әҫәр өлгөһө. Унда бер нисә ырыу башлыҡтарының бергә йыйылып, бер ырыуҙың икенсе ырыуға яу асыуҙарын туҡтатыу тураһында кәңәшләшеп, бөрйәндәрҙән Иҫке бей, үҫәргәндәрҙән Бикбау бей, ҡыпсаҡтарҙа Ҡараҡужаҡ бей, тамьяндарҙан Шағале Шаҡман бей кеүек уҙамандарҙы Рәсәй батшаһы Иван Грозныйға илсе итеп ебрәрәгә ҡарар ителә. Ырыу бейҙәре, батша ҡулынан тарханлыҡ грамоталары алып ҡайтҡас, ете ырыу бер булып байрам итә:

Урал буйҡайҙары армыт-армыт,
Бар ергә лә әсә булған ул.
Сылтырап аҡҡан шишмә буйҙарына
Ырыуҙарын туплап йыйған ул[1].

Тик урыҫ байҙары ғына түгел, ә сит ил сәнәғәтселәре лә ер аҫты байлыҡтарына бай булған башҡорт ерен тартып алыу тураһында хыяллана. Шул маҡсатта башҡорт ерҙәрендә завод-ҡәлғәләр ҡалҡып сыға башлай: Каменск-Уральский(1701), Екатеринбург (1721), Түбәнге Тагил (1725), Орск (1735), Силбе (1736), Ырымбур (1743), Златоуст (1754), Миәс (1773). Ләкин башҡорттар балаларына мираҫҡа ҡалдырыла торған ерҙәрен күҙ ҡараһылай һаҡларға тырыша. Шунлыҡтан милли-колониаль иҙеү уғата көсйәгән XVIII быуатта бер-бер артлы ҡабатланып торған башҡорт ихтилалдары бөтә Рәсәй империяһын дер һелкетә: 1705—1711, 1735—1740, 1755—1756, 1773—1775 йылдарҙа булып үткән ихтилалдар бының сағыу миҫалы. Көрәш барышында халыҡ сәсәндәре «Урал» йырына яңы мәғәнә һалынған йөкмәтке өҫтәй:

Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам,
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.

Башҡорт халыҡ ижадының 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы әҫәрҙәрендә халыҡ үҙе төп герой итеп күрһәтелә. Крәҫтиән һуғышы тураһындағы йырҙарҙа Емельян Пугачевтың образы ла яҡтыртыла, шул уҡ ваҡытта Салауат Юлаевтың уның иң яҡын ярҙамсыһы булыуы «Салауат та тигән, ай батыр ир — Бүгәс ғәскәренең терәге» тигән һүҙҙәрҙә теркәлә[1].

Әммә Рәсәй империяһында Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Салауаттың хатта исемен әйтеү ҙә тыйыла, ә уның тураһында йыр йырлау, ҡурайҙа көй уйнау сәйәси енәйәт тип таныла һәм йырҙы башҡарған кеше язаға тарттырылыр була. Шуға ла батырыбыҙға арналған күп кенә әҫәрҙәр совет осорона тиклем килеп етә алмай. Эҙәрләү менән йөҙәтелгән ҡурайсылар хатта башҡорт көйҙәрен күңел биреп, яратып йыйыусы һәм өйрәнеүсе С. Г. Рыбаковҡа ла башта ышанып бөтмәгәндәр. Уға «Салауат» көйөн яҙҙырғанда «Салауат Минзәлә өйәҙендәге 27-се кантонда булған бер батыр ул» йәки «ҡырғыҙҙар менән булған бер бәрелештә етәкселек иткән батыр ул», тип Салауаттың кем булыуын йәшергәндәр[2].

Башҡорттар Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрендә линияһын һаҡлау буйынса хәрби хеҙмәттә генә тормай, ә Рәсәй империяһы ойошторған бөтә хәрби походтарҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, 1839, 1853 йылдарҙа Хиуа ханлығына — Аҡмәсеткә ойошторолған походтар тураһындағы «Һыр», «Аҡмәсет», «Перовский» йырҙарында хәрби яу трагедияһы бөтә тулылығында күҙ алдына баҫа:

Һыр йылғаһы аға, ай, тауҙарҙан,
Һыуын ала икән ҡарҙарҙан.
Бик күп ирҙәр шунда ятып ҡалды,
Ҡайта алмайса ҡанлы яуҙарҙан[1].

1853 йылда Аҡмәсеткә икенсе хәрби поход ойошторола, һәм ул уңышлы тамамлана. Ошо уңайҙан Аҡмәсеткә Перовский исеме бирелә, һәм шул айҡанлы ойошторолған байрамда бөрйән ырыуы ҡурайсыһы Мәхмүт ҡурайсы «Перовский» маршын уйнап ҡарарға рөхсәт һорай. Ҡурайҙан ағылған сихри моңдан байрамда ҡатнашҡан бар халыҡ хайран ҡалған, тигән риүәйәт тә бар.

Хәрби поход йырҙарының бер өлөшө урыҫ-төрөк һуғышына бәйле сығарылған («Әсирлек», «Балҡан», «Әсир көйө» һ. б.)

Мәрмәр диңгеҙҙәре тулҡынлана
Ҡиблаларҙан иҫкән йылдәргә.
Аҫыл ҡоштар ҡасан килеп һайрар,
Ҡайтаһың тип тыуған илдәргә[1].

Ҡурай менән йыр һәр саҡ башҡорттоң юлдашы, моңдашы булған. Ырыу-ара, ауыл-ара ыҙғыштар, барымта һәм ҡарымта яуҙары ла булып торған. Байтаҡ ҡына йырҙарыбыҙ мал-тыуарын юғалтыуға, йорт-ерен ситтәрҙең баҫып алыуына арналған. Уларҙы ла тарихи йырҙар тип атап булалыр (Әпәт (йыр)).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Салауат Галин. Тел асҡысы — халыҡта.Өфө.Китап.— 1993.Т.12 000 экз.—224 бит. ISBN 5-295-01023-6;
  • Әхнәф Харисов. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. 1965. Т. 3 000 экз. 415 бит.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Салауат Галин. Тел асҡысы — халыҡта.Өфө.Китап.— 1993/Т.12 000 экз/224 бит/ISBN 5-295-01023-6
  2. Әхнәф Харисов. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. 1965. Т. 3 000 экз. 415 бит.