Тарас Григорьевич Чубай
Тарас Григорьевич Чубай (укр. Тарас Григорович Чубай, 1970 йылдың 21 июнендә Львовта тыуған) — украин йырсыһы, рок-музыкант һәм композитор, «Плач Єремії» төркөмө вокалисы һәм уның йырҙары авторы, Украинаның халыҡ артисы (2017)[1], Украинаның атҡаҙанған артисы (2008)[2]. Үҙ карьераһы дауамында 100-ҙән ашыу йыр яҙа, 11 альбомын баҫтыра һәм «Крайслер-Империал» операһы өсөн увертюра яҙа.
Тарас Григорьевич Чубай | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Украина СССР |
Тыуған көнө | 21 июнь 1970 (54 йәш) |
Тыуған урыны | Львов, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | шағир, композитор, йырсы, гитарасы |
Уҡыу йорто | Львовская национальная музыкальная академия имени Николая Лысенко[d] |
Ҡатнашыусы | Евромайдан[d] |
Музыка ҡоралы | гитара һәм вокал[d] |
Жанр | Рок һәм авторская песня[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тарас Григорьевич Чубай Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәУкраин шағиры, тәржемәсе һәм сәнғәт тарихсыһы Григорий Чубай ғаиләһендә тыуған. С. Крушельнецкий исемендәге Львов музыка училищеһын һәм Львов консерваторияһын тамамлай. Студент йылдарында, 1987 йылдан алып 1992 йылға тиклем, «Ҡайғырмағыҙ!» (укр. Не журись!) театр спектаклдәрендә ҡатнаша. 1990 йылда бас-гитарасы Всеволод Дячишин менән бергә «Плач Єремії» төркөмөн ойоштора, унда беҙҙең көндәргә тиклем сығыш яһай.
1999 йылда Киевҡа күсә. «Скрябин» төркөмө менән ике альбом яҙҙыра — «Наше Різдво» (рус. Наше Рождество) һәм «Наші партизани» (рус. Наши партизаны). 2003 йылдың 11 сентябрендә «Украина» һарайында яңғыҙ концерт менән сығыш яһай, үҙенең «Світло і сповідь» альбомын тәҡдим итә. Концертта уның «Плач Єремії» төркөмө, «Львов виртуоздары» камера оркестры, «Пиккардийская терция» музыкаль берекмәһе ҡатнаша[3].
2008 йылда Тарас Чубайға «Украинаның атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.
2017 йылдың 24 авгусында Украина президенты указы менән уға «Украинаның халыҡ артисы» исеме бирелде.
Өйләнгән, өс балаһы бар.
Дискографияһы
үҙгәртергәПлач Єремії
үҙгәртергә- Двері, котрі насправді є (1993)
- Най буде все як є… (1995)
- Хата моя (1997)
- Добре (1998)
- Світло і сповідь ч.1 (2003)
Башҡалар
үҙгәртергә- Постать Голосу (1988)
- Наше Різдво (1998)
- Наші партизани (2000)
- Наш Івасюк (2002)
Тарас Чубай & Kozak System
үҙгәртергә- «Пісні самонаведення» (2014)
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергәУкраинаның атҡаҙанған артисы (13.11.2008)
Украинаның халыҡ артисы (24.08.2017)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президент України від 24 серпня 2017 року № 251/2017 «Про відзначення державними нагородами України з нагоди Дня незалежності України»
- ↑ Указом Президента України № 1041/2008
- ↑ Тарас Чубай: "Світло і сповідь" . Дата обращения: 22 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2008 года. 2008 йыл 24 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСтраницы Тараса Чубая
үҙгәртергәИнтервью
үҙгәртергә- Тарас Чубай шукає памперси . Sumno.com (14 вересня 2010). Дата обращения: 22 сентябрь 2011. Архивировано 18 ноябрь 2011 года. 2013 йыл 3 март архивланған.
- YouTube сайтында Интервью Тараса Чубая телеканалу ТВІ. Весна 2011 года
- Львів потрапив під вплив російсько-хохляцької телевізійно-радійної схеми . Zaxid.net (2 липня 2010). Дата обращения: июнь 2010. Архивировано 23 ғинуар 2013 года.