Талица (ҡала)
Талица — Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһе Талица районы һәм Талица ҡала округының административ үҙәге.
Талица | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Телефон коды | 34371 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
- | ||||
Код ОКАТО | |||||
Код ОКТМО | |||||
Номер в ГКГН | |||||
Талица | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1732 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Талицкий завод һәм Талицкий |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Талицкий городской округ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Талицкий городской округ[d] һәм Камышловский уезд[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 14 547 кеше (2023)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 100 метр |
Майҙан | 64 км² |
Почта индексы | 623640, 623642, 623643 һәм 623644 |
Урындағы телефон коды | 34371 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Талице[d] |
Талица Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәҠала Турин тигеҙлегенең урта өлөшөндә, Пышма йылғаһының уң яҡ ярында (Обь йылғаһы бассейны), Екатеринбургтан көнсығышҡа табан 219 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2]. Талица Төмәндән көнбайышҡа табан 131,7 километр алыҫлыҡта ята.
Ҡала янында ғына шул уҡ атамалағы бальнеологик курорт урын алған. Төп тәбиғи дауалау факторҙары: составында субтермаль (+26 °C) хлорлы натрий, йод-бром булған эсәр һыу дауалау өсөн ҡулланыла (дауалау-эсәр һыу булараҡ, шешәләргә лә тултырыла һәм «Талица һыуы» тип атала). Шулай уҡ аш һеңдереү органдары ауырыуҙарын дауалағанда минераль һыу һәм Маян күле төбөнән алынған сапропель батҡаҡ ванналары тәҡдим ителә. Һыу менән дауалау бүлеге бар.
Талица ҡалаһы климаты уртаса-һалҡын. Яуым-төшөм күп, хатта ҡоро айҙарҙа ла ямғыр йыш була. Кёппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса — бында дымлы континенталь климат.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −12 | −9,6 | −1,4 | 8,5 | 16,8 | 21,9 | 23,7 | 20,8 | 14,3 | 4,6 | −3,6 | −8,9 | 6,2 |
Уртаса температура, °C | −16 | −14,5 | −6,7 | 3,1 | 10,3 | 15,6 | 17,8 | 15,0 | 9,4 | 1,3 | −7 | −12,6 | 1,3 |
Уртаса минимум, °C | −20 | −19,4 | −12 | −2,2 | 3,9 | 9,3 | 12,0 | 9,3 | 4,6 | −1,9 | −10,4 | −16,3 | −3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 34 | 24 | 23 | 37 | 46 | 71 | 93 | 73 | 64 | 54 | 46 | 36 | 601 |
Сығанаҡ: Климат Талицы |
Тарихы
үҙгәртергә1732 йылда ҙур булмаған шәхси вино-һыра ҡайнатыу предприятиеһы янында барлыҡҡа килгән ҡасаба. Был предприятиены Төмән сауҙагәрҙәре Г. һәм П. Переваловтар аса. 1774-1779 йылдарҙа императрица Екатерина Икенсенең күрһәтмәһе буйынса атап үтелгән шәхси предприятие урынына Талица ҡаҙна вино ҡойоу заводы төҙөлә. Һуңыраҡ ҡасаба халҡы заводтан 7 генә саҡрымда үткән Себер тракты һалыуға йәлеп ителә. XIX быуат башына Талица заводы Рәсәйҙәге иң ҙур вино ҡойоу заводы булып китә һәм йылына 100 меңдән ашыу биҙрә вино эшләп сығара.
Ҡасаба Пермь губернаһының Ҡамышлы өйәҙе составына инә.
XIX быуат башында Талицанан нисә саҡрым алыҫлыҡта Поклевска тимер юл станцияһы асыла. Был станцияға уға нигеҙ һалыусы — билдәле коммерсант А. Ф. Поклевский-Козелл хөрмәтенә уның исеме бирелә. Уның тураһында күренекле урыҫ классигы Н. Мамин-Сибиряк "П-ский" псевдомы аҫтында үҙенең «Һуңғы келәймә» хикәйәһендә телгә ала.
1942 йылдың 19 июнендә Талица эшселәр ҡасабаһына район буйһоноуындағы ҡала статусы бирелә.
1963 йылдың 1 февралендә Талица ҡалаһы Талица ауыл районы составына индерелә[3].
Этимологияһы
үҙгәртергәТалица һүҙе төрки телендәрендәге таллыҡ һүҙенә барып бәйләнә[4]
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[5] | 1967[6] | 1970[7] | 1979[8] | 1989[9] | 1992[6] | 1996[6] |
17 248 | ↘17 000 | ↗18 335 | ↘18 222 | ↗19 888 | ↗20 100 | ↘19 800 |
1998[6] | 2000[6] | 2001[6] | 2002[10] | 2003[6] | 2005[6] | 2006[6] |
↘19 600 | ↘19 400 | ↘19 300 | ↘18 860 | ↗18 900 | ↘18 800 | ↘18 700 |
2007[6] | 2008[6] | 2009[11] | 2010[12] | 2011[6] | 2012[13] | 2013[14] |
→18 700 | ↘18 600 | ↘18 460 | ↘16 225 | ↘16 200 | ↘16 100 | ↗16 135 |
2014[15] | 2015[16] | |||||
↘16 081 | ↗16 105 |
2019 йылдың 1 ғинуарына Талица Рәсәй Федерацияһыындағы 1115[24] ҡала араһында ҡала халҡының һаны буйынса билдәле генә урынды биләй алмай[25].
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Н. И. Кузнецов исемендәге Тыуған яҡты өйрәнеү музейы;
- «Пышма янындағы ҡарағайлыҡ» Милли парк була, әммә тәбиғәт музейы ябыла;
- Советтар союзы геройы Николай Иванович Кузнецовтың мемориаль музейы;
- Петропавлов сиркәүе (XIX быуат уртаһы);
- Поклевский-Козеллдарҙың элекке йорто (1890-сы йй.);
- Н. И. Кузнецов һәйкәле (1990-сы йылдар башында Украинаның Львов ҡалаһынан күсереп алып ҡайтыла).
Сәнәғәте
үҙгәртергәҠалала Биохимик заводы (эшләмәй), «Талицлес» берекмәһе, полиэтилен торбалар етештереү буйынса «ТЕХСТРОЙ» заводы, Талица-ҡалас комбинаты, ҡош-ҡорт инкубатор станцияһы, Талица баҫылған аяҡ кейемдәре фабрикаһы «Метелица», « Талица һөт фермалары» ЯСЙ-һы — һөт продукцияһы етештереү буйынса завод, вино ҡойоу заводы (емерелгән) ҡала халҡын эш менән тәьмин итә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге.II том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. 6060 экз. С. 815.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ [ http://wp.wiki-wiki.ru/wp/index.php/%D0%A2%D1%83%D1%80%D0%B8%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B0%D1%8F_%D1%80%D0%B0%D0%B2%D0%BD%D0%B8%D0%BD%D0%B0(недоступная ссылка)]
- ↑ ipravo.info. Об укрупнении сельских районов, образовании промышленных районов и изменении подчиненности районов и городов Свердловской области - Российский Правовой Портал . ipravo.info. Дата обращения: 20 май 2018. Архивировано 20 май 2018 года. 2018 йыл 20 май архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге.II том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. 303-сө бит.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 Народная энциклопедия «Мой город». Талица (город)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.