Тайра Лундгрен (швед. Tyra Lundgren, тулы исеме Carolina Tyra Lundgren; 18971979) — швед рәссамы һәм скульпторы; керамика һәм быяла, шулай уҡ туҡыма менән эшләй.

Тайра Лундгрен
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция[2]
Тыуған көнө 9 ғинуар 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Хедвиг-Элеонора[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[3][4][5]
Вафат булған көнө 20 ноябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[3][5][6][…] (82 йәш)
Вафат булған урыны Энгельбрект[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[3][7][5]
Ерләнгән урыны Fide church[d][3]
Атаһы Джон Лундгрен[d][4][7]
Бер туғандары Гуннар Лундгрен[d][7]
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор
Эш урыны Густавсберг (завод)[d][2]
Уҡыу йорто Констфак[d]
Королевское высшее художественное училище[d]
Кемдә уҡыған Андре Лот[d] һәм Антон Ханак[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль Литературы и искусств
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][8][9]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d] һәм Виктория милли галереяһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Тайра Лундгрен Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Тайра Лундгрен 1897 йылдың 9 ғинуарында Стокгольмда ветеринария профессоры Джон Лундгрен һәм уның ҡатыны Эдит Оберг ғаиләһендә тыуған.

Djursholms samskola мәктәбендә ете йыл уҡығандан һуң ул 1914—1918 йылдарҙа Стокгольмдың Констфак сәнғәт һәм дизайн мәктәбендә уҡый. 1918—1922 йылдарҙа Король сәнғәттәр академияһында, шулай уҡ Стокгольм ҡалаһында уҡый.[10] . 1920—1921 йылдарҙа Тайра Европаға бара, Венала Антон Ханакта скульптураға һәм Парижда Андре Лотта һынлы сәнғәткә өйрәнә. Парижда ул шулай уҡ Гранд-Шомьер академияһына йөрөй.

Художество белем алып, Тайра Лундгрен Вранция һәм Италияла 1940 йылға тиклем йәшәй һәм эшләй, шунан һуң, Икенсе донъя һуғышы менән бәйле, Швецияға ҡайта.[11] . Штаттан тыш дизайнер сифатында күп кенә Европа керамика компаниялары һәм быяла заводтары менән хеҙмәттәшлек итә. Швецияла S:t Eriks Lervarufabriker[sv] керамика оҫтаханаһында һәм Лидчелингтың Lidköpings porslinsfabrik[sv] фарфор фабрикаһында эшләй, унда Эйнар Форсет менән бергә йорт өсөн тауарҙар коллекцияһын эшләй. 1924—1937 йылдарҙа фин Arabia менән эшләй, буш ваҡыттарында Римға (1927—1930) һәм Парижға (1930—1939) бара. Тыуған иленә ҡайтып, Тайра Лундгрен Густавсберг фарфор фабрикаһында үҙ студияһында рәссам сифатында эшен дауам итә, 1950 йылға тиклем ул шунда эшләй. Лундгрен шулай уҡ Стокгольмдағы сиркәү туҡымаһы буйынса бер нисә эш башҡара.

Күпселек эштәре яндырылған керамиканан йәки бронзанан эшләнгән. Лундгрендың скульптура әҫәрҙәренең төп темаһы хайуандар, бигерәк тә ҡош һындары уға иң элек билдәлелек килтерә. Швециянан тыш, уның сәнғәт әҫәрҙәре Европа һәм Төньяҡ Америка музейҙарында күрһәтелә. Готланд муниципалитетының Фиде ауылында үҙ студияһы була, һәм ул үҙ картиналарының коллекцияһын Готландтың художество музейына бүләк итә. 1950 йылда Лундгрен Тайра Швецияның Әҙәбиәт һәм сәнғәт миҙалы менән бүләкләнә.

Тайра Лундгрен 1979 йылдың 20 ноябрендә Стокгольм ҡалаһында вафат була.

  • Ingrid Rosén. Fem tidiga glaskonstnärinnor: Betzy Ählström, Anna Boberg, Gerda Strömberg, Monica Bratt, Tyra Lundgren (1993). Stockholm: Carlsson. sid. 42-51. Libris länk. ISBN 91-7798-674-1.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://kulturnav.org/aff6f4b6-7066-4f65-9b7a-4b53d207d963 — 2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 https://collection.nationalmuseum.se:443/eMP/eMuseumPlus?service=ExternalInterface&module=artist&objectId=3334&viewType=detailView
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Tyra C Lundgren (швед.) — 1917.
  4. 4,0 4,1 4,2 Hedvig Eleonora kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/SSA/0006/C I/36 (1895-1897), bildid: 00012313_00320, sida 324
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 yra Carolina Lundgren 1897-01-09 — 1979-11-20 Konstnär, formgivare, skribent
  6. Архив изобразительного искусства — 2003.
  7. 7,0 7,1 7,2 Tyra Karolina, f. 1897 i Hedvig Eleonora Stockholms stad // перепись населения Швеции 1900 года (швед.)Riksarkivet.
  8. Lundgren, Tyra // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=061e2215-82ea-e711-8b59-000c29e811b2
  9. https://www.adagp.fr/en/identities/tyra-lundgren-31570
  10. «Man är målarsugen och behöver ett ansikte» — en studie av Tyra Lundgrens självporträtt, artikel av Marika Bogren i Gotländskt arkiv 1992
  11. Tyra Lundgren — inte bara fåglar, artikel av Lena Sallander i Gotländskt arkiv 1991

Һылтанмалар

үҙгәртергә