Табылды сейәлектәре
Табылды сейәлектәре (рус. Табулдинские вишарники) — төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).
Табылды сейәлектәре | |
---|---|
урыҫ :Табулдинские вишарники | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 47,0 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 17 август 1995 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
53°17′41″ с. ш. 55°26′42″ в. д.HGЯO | |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТәбиғәт ҡомартҡыһы Табылды ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Күндерәк һәм Ҡоро Күндерәк йылғаларының һыу айырғысының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Был Башҡортостанда ҡыуаҡлы дала сейәһе үҫкән иң ҙур участкаларҙың береһе, ул 47 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Яһалма урман ултыртмалары (ҡарағас, ҡарағай) менән уратып алынған. Сейә ҡыуаҡлыҡтары, болонло дала участкалары менән сиратлашып килә. Сейә формаһы бик күп төрлө, ҙурлығы буйынса культуралы сорттарынан ҡалышмағандары осрай. Араһынан селекция эше өсөн формаларҙы һайлап алырға мөмкин. Сейәнән тыш, был районда көрән гөлйемеш, әҫпе еләге, шулай уҡ яҙғы умырзая, мәтрүшкә, ер еләге кеүек бик күп дарыу һәм емеш-еләк үҫемлектәре үҫә[1]. Ләкин әлеге ваҡытта, мал көтөү һәм бесән сабыу тулыһынса тыйыу һөҙөмтәһендә, тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә дала кейеҙенең тупланыуы, әҫпе еләге һәм баҙамдың (миндаль) интенсив рәүештә үҫеүе, сейәне ҡыҫырыҡлап сығарыу бара.
Сейәлектәр фәнни, тәбиғәтте һаҡлау һәм хужалыҡ әһәмиәтенә эйә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Путеводители/ Табулдинские вишарники.
- ↑ ООПТ|Табулдинские-вишарники 2023 йыл 26 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Табулдинские вишарники . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).