Табасаран теле

нах-дағстан ғаиләһенә ҡараған лезгин төркөмөнөң төньяҡ-көнсығыш телдәренең береһе

Табасара́н телé (таб. табасаран чӀал, tabasaran ç̇al) — табасарандар теле, Нах-Дағстан ғаиләһенә ҡараған лезгин төркөмөнөң төньяҡ-көнсығыш телдәренең береһе. Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 126 136 кеше.

Табасаран теле
Телдең үҙатамаһы

Табасаран чӀал

Илдәр

Рәсәй

Регионы

Дағстан

Рәсми хәле

Дағстан

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

126 136 кеше[1]

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Нах-дағстан ғаиләһе

Лезгин төркөмө
Әлифба

кириллица (табасаран яҙмаһы)

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

таб 635

ISO 639-1

ISO 639-2

ISO 639-3

tab

Табасаран теле үҙенең килеш системаһы: исемдәрҙең 46-ға яҡын килеш[2] төрө бар. Ҡылым заттар һәм һандар буйынса үҙгәрә, ҡатмарлы заман һәм һөйкәлеш системаһына эйә. Нәхеүенә номинатив, эргатив, датив конструкциялы ябай һөйләм хас. Табасаран теле, донъялағы иң ҡатмарлы телдәрҙең береһе булараҡ, Гиннесстың рекордтар китабына[3][4]индерелгән.

XX быуаттан башлап табасарандар өсөн әҙәби тел булып нитрих (көньяҡ) һөйләше тора. Табасарандарҙың өлкән быуындары лезгин телен белгән[5][6]. Табасаран телендә «Табасарандин нурар», «АкӀу хяд», «Ас-Салам», «Табасарандин сес» гәзиттәре сыға.

«Табасаран» тамырының этимологияһы аныҡ билдәле түгел. Табасарандарҙың боронғо үҙ атамаһы булып гъумгъум этноним иҫәпләнә. Лезгиндар уларҙы къабгъан һүҙе менән, ә кайтагтар — щилан[7] тип атаған. Шул уҡ ваҡытта табасарандарҙың айырым ауылдар йәки уларҙың берләшмәләре кимәлендә күп үҙ атамалары бар[8].

Таралыуы

үҙгәртергә

Табасаран теле — Дағстандың көньяғында, Рубас һәм Чирахчай йылғалары үҙәндәрендә, Табасаран һәм Хиуа райондарында таралған. Төньяҡтан был территория — кайтаг теле ареалы, көнсығышта — әзербайжан, көньяҡта — лезгин, көнбайышта агул теле менән сиктәш[7][9]. Бынан тыш, таба сарандарҙың күп өлөшө тигеҙлекле Дағстанға күсенгән һәм Дәрбәнт һәм Ҡаякент райондарында, шулай уҡ Дәрбәнт, Каспий, Мәмәдҡала, Махачҡала, Дагестанские Огни ҡалаларында һәм Белиджи ҡасабаһында йәшәй[7]. 1959 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, СССР-ҙа ул мәлгә 35 000 табасаран, ә 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса — 98 000 табасаран, шул иҫәптән Дағстандан ситтә 20 000 кеше йәшәгән. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Рәсәйҙә 126 136-ға яҡын табасаран йәшәй'[10]

Социолингвистик хәл

үҙгәртергә

XX быуат уртаһында, табасарандар йәшәгән ареалдың төньяғында, этник-ара аралашыу теле — әзербайжан, көньяҡта — лезгин теле булған[9]. XXI быуат башында этник-ара аралашыуҙың универсаль теле булып урыҫ теле иҫәпләнә; күршеләрҙең телен тик өлкән йәштәгеләр генә белә[11][10].

Туғандаш телдәр һәм диалекттар

үҙгәртергә

Табасаран теле нах-дағстан телдәре ғаиләһенең лезгин төркөмө эсендәге көнсығыш лезгин төркөмсәһенә инә. Уның менән бергә был төркөмсәгә яҡын туғандаш: агул һәм лезгин телдәре инә[7][9].

Табасаран телендә ике диалект айырыла: төньяҡ һәм көньяҡ. Көньяҡ диалектта, төньяҡ диалекттан айырмалы рәүештә, артҡы тел һәм фарингаль иренләшкән (лабиализация) тартынҡылар бар, ә төньяҡ диалектында яңғырау фарингаль ярыҡлы (фрикатив) һәм геминирланған тартынынҡылар булыуы менән айырыла. Диалекттар араһында грамматикала мөһим, лексикала — аҙыраҡ айырмалыҡтар бар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр көньяҡ һөйләштәренең береһен төньяҡ һәм көньяҡ һыҙаттарын берләштереп, айырым диалек тип күрһәтә[12][13]. Өс диалектты бүлгәндә ғәҙәттә уны сувах (төньяҡ), нитрик (көньяҡ) һәм этег (күсеүсе) диалекттар тип атайҙар[13].

Башҡа дағстан телдәре кеүек үк, табасаран телдәре оҙаҡ ваҡыт яҙмаһыҙ булды, шуға күрә был телдә яҙылған тарихи ҡомартҡылар билдәле түгел[7]. XX быуат башына тиклем күпмелер ваҡыт дауамында табасарандар ситуатив рәүештә аджам — яраҡлаштырылған ғәрәп алфавиты менән ҡулланған. 1932 йылда совет власы латиница нигеҙендә алфавит индергән нах-дағстан телдәр ғаиләһенә ҡараған биш телдең береһе табасаран теле була. 1938 йылда тел кириллица алфавитына күсерелә, унда, нах-дағстан телдәр ғаиләһенә ҡараған башҡа телдәр алфавиттарындағы кеүек үк, ҡайһы бер фонемаларҙы билдәләү өсөн "таяҡса"лы (Ӏ) диграфтар йәки Ъ хәрефе ҡулланыла[11][9].

Хәҙерге табасаран алфавиты[14]

А а Аь аь Б б В в Г г Гъ гъ Гь гь Д д
Е е Ё ё Ж ж З з И и Й й К к Къ къ
Кь кь КӀ кӀ Л л М м Н н О о П п ПӀ пӀ
Р р С с Т т ТӀ тӀ У у Уь уь Ф ф Х х
Хъ хъ Хь хь Ц ц ЦӀ цӀ Ч ч ЧӀ чӀ Ш ш Щ щ
ъ ы ь Э э Ю ю Я я Ӏ '

Лингвистик характеристикаһы

үҙгәртергә

Фонетикаһы

үҙгәртергә

Һуҙынҡылары ораль һәм умлаутланған. Тартынҡылары: ҡымтылған һәм аффрикаттар оппозицияһының дүртенсел системаһы, өсөнсөл системала - ҡыҫылып сыҡҡан өндәр (спиранты). Тел, төрлө баһалар буйынса, 9-ҙан 14-кә тиклем вибранты менән күренекле[15]. Фарингалләшкән, лабиалләшкән һәм дентолабиалләшкән өндәрҙең айырым сериялары бар. Һүҙҙәрҙә баҫымы күсмә.

Табасаран телендә: 1) аңлы заттар һәм 2) аңһыҙ заттар һәм предметтарҙың грамматик кластарын айырып йөрөтәләр. 10 һүҙ төркөмө, шул иҫәптән бәйләүестәр-послелог бар (предлогтары юҡ). Исемдәр һан һәм килеш менән үҙгәрә - 44-тән 52-кә тиклем (иң тәүҙә локативтарҙың ете серияһы иҫәбенә). Сағыштырма алмаштары юҡ. Иҫәп унарлы. Ҡылымда зат, һан, заман, һөйкәлеш, эш ысулы категориялары айырыла. Әзербайжан теленән үҙләштерелгән суффикс -лу һәм -суз суффикстары бик популяр, улар ҡайһы бер үҙләштерелмәгән һүҙҙәр менән дә яраштырыла: адлу «данлы» [16], адсуз «данлыҡлы түгел» [17], жилсуз «ерһеҙ»[18].

Ҡылым актанттарын кодлауҙың эргатив стратегияһы. Һөйләмдәрҙә һүҙ тәртибе сағыштырмаса иркен, ғәҙәти тәртип: эйә, объект, хәбәр.

Лексикаһы

үҙгәртергә

Фарсы (башлыса хәрби, һөнәри һәм көнкүреш терминологияһы кеүек лексика өлкәләренә ҡарай) һәм ғәрәп (бөтә дини, фәнни һәм философик терминология үҙләштерелгән) теленән үҙләштермәләр айырыуса боронғо һанала[18]. Лексикаһында шулай уҡ әзербайжан теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар, әммә, ҡағиҙә булараҡ, улар фарсы сығышлы ла. Һуңғы осорҙа — башлыса урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар.

Өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә

Брокгауз һәм Ефрондың 1890—1907 йылдарҙа донъя күргән Энциклопедия һүҙлегендә былай тиелә:

Көнсығыш тау төркөмөнөң аҙ өйрәнелгән телдәренә көньяҡ Дағстанда, Рубас йылғаһы бассейнында таралған табасаран теле ҡарай. Дағстанда, Рубас йылғаһы бассейнында. Төньяҡта был тел кайтаг, көньяҡта — кюрин һөйләштәре менән сиктәш, көнбайышта агул теле менән йәнәш тора, ә көнсығышта уның өлкәһе төрки ҡәбиләләре биләгән Каспий диңгеҙенән айырыла бүленеп сыға. Яҡын күршелеге һәм даими мөнәсәбәттәре эҙемтәһендә табасарандар әзербайжан һөйләшен үҙләштерә һәм яйлап туған телен онота башлай. Табасаран телен тикшереү барон П. К. Усларҙың иң һуңғы хеҙмәте була. Әммә ғалим телдең грамматикаһын тулыһынса эшкәртеп өлгөрмәй. Усларҙың эшен Л. П. Загурский дауам итә, ул да шулай уҡ аҙағынаса еткерә алмай[19].

Табасаран теле П. К. Услар өйрәнгән һуңғы тел була. Ул уны 1870 йылда өйрәнә башлай һәм «бөтә дағстан телдәре араһында иү ҡыйыны» тигән. Быларҙың барыһы ла тикшереүсенең оҙаҡ ваҡыт яраҡлы информант таба алмауына ҡайтып ҡалыуы менән аңлатыла. Тарихи ваҡиғаларҙан күренеүенсә, халҡы төп табасарандарҙан, шулай уҡ табасаранлашҡан әзербайжандарҙан һәм таттарҙан торған Ерси ауылында мәғлүмәт тупланған. Услар табасаран материалын эшкәртеүҙе өлөшләтә Дағстан өлкәһенең административ үҙәге Темир-Хан-Шурҙа (Буйнаҡ), башлыса, үҙ ырыу имениеһында дауам итә.

Табасаран теле тураһында монография баш бите һәм алфавиттан айырылһа ла, тамамланмаған килеш ҡалды. Мәрхүмдең ҡыҙы табасаран грамматикаһының ҡулъяҙмаһын, шулай уҡ академик Шифнерҙың атаһының барлыҡ лингвистик һәм лингвистик булмаған яҙмаларын һәм хатта ҡараламаларын биреп ебәрә. Ләкин ул 1879 йылда вафатына тиклем Усларҙың һуңғы монографияһы менән шөғөлләнергә өлгөрә алмай, һәм ул 100 йылдан ашыу баҫылмай тора. 1953—1954 йылдарҙа ғына табасаран грамматикаһы Тбилисиҙа А. А. Магометов тарафынан нәшер ителә (Усларҙың грамматикаһы тексы тулыһынса ҡулдан яҙыла) һәм 1979 йылда комментарийҙары һәм өҫтәмәләре менән баҫыла.

1905 йылда А. Диррҙың «Грамматический очерк табасаранского языка» очергы нәшер ителә, 1930-сы йылдарҙа табасаран теленең диалектологияһы өҫтөндә А. Н. Генко эшләй, һәм табасаран теленең диалектологик очеркын һәм һүҙлеген ҡалдыра[18].

Филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Дағстан ғилми үҙәгенең Тел, әҙәбиәт һәм әҙәбиәт институты профессоры, Дағстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Бәйдуллаһ Гәджиҡорбанович Ханмагомедов (1927—1999) табасаран теле буйынса иң ҙур белгес булды. Лингвист хеҙмәттәре исемлегендә 4 фундаменталь монография, тиҫтәләгән мәктәп дәреслектәре һәм әсбаптары, күп һанлы шиғри тәржемәләр, шулай уҡ Табасаран-рус, Рус-табасаран, Орфографик һәм Табасаран теленең Терминологик һүҙлектәре. Б. Ханмагомедов «Табасаран-лезгин-урыҫ һүҙлеге» өҫтөндә эште тамамларға өлгөрмәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года. Дата обращения: 31 ғинуар 2012. Архивировано 6 октябрь 2021 года.
  2. Кочерган М.П. Вступ до мовознавства. — Альма-Матер. — Академія, 2002. — С. 267. — 361 с.
  3. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 27 июль 2011.
  4. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Дмитрий Иванов. [ ]. Дата обращения: 17 ғинуар 2023.
  5. Ханмагомедов Б.-Г. К. Табасаранский язык // Языки мира: Кавказские языки. — М., 1999. «Табасаранский язык относится к лезгинской группе дагестанских языков».
  6. Магометов А. А. Табасаранский язык (Исследования и тексты). — Тбилиси, 1965. 398 с.: «Табасаранский язык относится к лезгинской группе дагестанской ветви иберийско-кавказских языков. Из лезгинских языков к табасаранскому наиболее близок агульский язык.» (Стр. 1)
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Алексеев, Шихалиева, 2003, с. 11
  8. Магометов, 1965, с. 18—24
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Магометов, 1965, с. 1
  10. 10,0 10,1 Babaliyeva, 2013, с. 1
  11. 11,0 11,1 Алексеев, Шихалиева, 2003, с. 13—14
  12. Алексеев, Шихалиева, 2003, с. 14—15
  13. 13,0 13,1 Магометов, 1965, с. 13—14
  14. Ханмягьмадов Б. Гь., Къурбанов Къ. К. Букварь: Гъуларин мектебарин сабпи классдиз учебник. — Мягьячгъала: ООО «Издательство НИИ педагогики», 2007. — 128 с. — ISBN 978-5-94328-256-0.(недоступная ссылка)
  15. Bernhard Geiger. Peoples and languages of the Caucasus: a synopsis. — NY: Mouton, 1959. — С. 41—42.
  16. башҡ. «яҡшатлы»
  17. башҡ. «яманатлы»
  18. 18,0 18,1 18,2 Языки народов СССР: в 5 томах. Иберийско-кавказские языки. — М.: Наука, 1967. — Т. 4. — С. 545—559.
  19. Кавказские языки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Алексеев М. Е., Шихалиева С. Х. Табасаранский язык. — М.: Academia, 2003. — ISBN 5-87444-196-4.
  • Ваджибов М. Д. О дистрибуции табасаранских дентолабиализованных консонантов // Наука. Мысль. — 2016. — № 1—2. — С. 48—53.
  • Гасанова М. А. Табасаранские пословицы и поговорки: лингвистический и лингвокультурологический аспекты. Махачкала: ИПЦ ДГУ. 2015. — 196 с. ISBN 978-5-9913-0106-0
  • Кибрик А. Е. (ред.). Табасаранские этюды. — М.: Изд-во МГУ, 1982.
  • Магометов А. А. Табасаранский язык: Исследование и тексты. — Тбилиси: Мецниереба, 1965.
  • Babaliyeva, Ayten. Études sur la morphosyntaxe du tabasaran littéraire / M. Jean-Pierre Mahé. — 2013.

Һүҙлектәр

үҙгәртергә
  • Гаджиев А. Русско-табасаранский школьный словарь. Махачкала: Дагучепдгиз, 1957.
  • Гасанова М. А. Словарь табасаранских пословиц и поговорок. Махачкала: ИПЦ ДГУ, 2014. — 208 с. ISBN 978-5-9913-0111-4
  • Генко А. Н. Табасаранско-русский словарь / Под общей редакцией д-ра филол. наук, проф. М. Е. Алексеева; Институт языкознания РАН. — М.: Academia, 2005. — 332 с. — (Справочники. Энциклопедии. Словари). — 800 экз. — ISBN 5-87444-167-0. (в пер.) (подготовлен в 1930-х гг.)
  • Ханмагомедов Б. Г.-К., Шалбузов К. Т. Табасаранско-русский словарь. — М.: Наука, 2001. 477 с. ISBN 5-02-022620-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Wiktionarycat

Ҡалып:Государственные языки России Ҡалып:Нахско-дагестанские языки