Буйнаҡ
Буйнаҡ (ҡум. Темир-Хан-Шура; авар. Шура; лаҡ ЩурахӀи) - Дағстан Республикаһындағы ҡала, Оло Кавказ тау итәгендә Шура-озен йылғаһы буйында. Республиканың баш ҡалаһы Махасҡаланан көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Халыҡ һаны: 62 623 кеше (2010 йылғы Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу);[1] 61 437 кеше (2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу);[2] 56 783 кеше (1989 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу);[3] 40 000 (1970)[4].
География
үҙгәртергәҠала тау йылғаһы Шура-озен буйында, Махасҡаланан 41 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Тимер юл станцияһы. Автомобиль юлдары үҙәге.
Буйнаҡ тирәһендә — климатлы курорт урыны, туберкулезға ҡаршы шифаханалар һәм башҡа шундай объекттар урынлашҡан.
Демография
үҙгәртергәЭтник төркөмдәр (2021 йылғы йәниҫәбе):
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010 (русса)
- ↑ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2002 (русса)
- ↑ 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу (русса)
- ↑ 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу РСФСР ҡала халҡының, уның территориаль берәмектәренең, ҡала биләмәләренең һәм ҡала райондарының енес буйынса һаны. (русса)