Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы
Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы (рус. Сунагатов Исмагил Сунагатович 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1906 |
Тыуған урыны | Үткәл, Шығай ауыл Советы, Белорет районы |
Һөнәр төрө | Ездовой |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Белорет районы Үткәл ауылында тыуа. 1941 йылда Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкында ездовой булып хеҙмәт итә[1].
76 мм батареяһы ҡыҙылармеецы ездовой Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы Бранденбург ҡалаһы өсөн һуғышта Зило-канал аша дошмандың көслө уты аҫтында снарядтар ташый һәм һуғыш яланынан ике ауыр яралы һалдатты алып сыға. Был ҡыйыулығы өсөн Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы 1945 йылдың 19 июлендә подразделениеның 15/н бойороғо менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
1945 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумы Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улын «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләй[2].
Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улының һуғыштан һуңғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Сунагатов Исмагил Сунагатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сунагатов Исмагил Сунагатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 84, ящик 1