Сөйәкәй
Сөйәкәй (Сөйәркәй; татар. Сөякәй, рус. Суекеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Сөйәкәй | |
татар. Сөякәй | |
Рәсми атамаһы | Сөякәй |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Октябрьское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 58 кеше (2017) |
Почта индексы | 423984 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1795 |
География
үҙгәртергәАуыл Ҡалмиә йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көнсығышҡа табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәАуылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Һуңыраҡ ауылда керҙәш булып башҡорттарҙың йәнәй ырыуы вәкилдәре төпләнә. 1795 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә[3].
1870 йылда ауылда һыу тирмәне, мәсет, мәктәп теркәлгән[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[2].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 46 башҡорт (ир затлы), 5 типтәр һәм 4 яһаҡлы татар, 1834 йылда — 114 башҡорт һәм 7 типтәр, 1912 йылда — 285 аҫаба башҡорт, 296 керҙәш башҡорт һәм типтәр, 31 дәүләт крәҫтиәндәренән сыҡҡан типтәр иҫәпләнгән[3].
1859 | 1870 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
182 | 224 | 645 | 558 | 405 | 435 | 368 | 338 | 348 | 262 | 177 | 144 | 130 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 406—408. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.