Сәғәҙәтов Хәбибулла Сәғит улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.

Сәғәҙәтов Хәбибулла Сәғит улы — (1915 йыл5 март 1974 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты[2][3]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[2].

Сәғәҙәтов Хәбибулла Сәғит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Ураҙ, Учалы районы
Вафат булған көнө 1974
Вафат булған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание кесе сержант һәм тоҫҡаусы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы һәм батырлығы

үҙгәртергә

Сәғәҙәтов Хәбибулла Сәғит улы 1915 йылда хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Ураз ауылында тыуа. 1942 йылдың 15 декабрендә Белорет ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында орудие командиры булып хеҙмәт итә[2]. Хәрби званиеһы- гвардия кесе сержанты. 1945 йылдың 18 ғинуарында Томашув ҡалаһы өсөн һуғышта дошман уты аҫтында орудиеһын алғы һыҙыҡҡа алып килә һәм тура тоҫҡап, дошмандың ике дзотын һәм ике пулеметын юҡ итә һәм эскадрондың алға барыуын тәьмин итә. Артабан Сәғәҙәтов Хәбибулла Сәғит улы эскадронға ҡаланы тулыһынса яулап алыуына тиклем орудиеһы уты менән ярҙам итеп, 15 яҡын немец һалдатын һәм фоицерын юҡ итә. Был батырлығы өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[4].

1945 йылдың 24 апрелендә Ораниенбург ҡалаһы янында һуғышта Сәғәҙәтов етәкселегендәге орудие расчеты 3-сө эскадрондың һөжүм итеүенә ярҙам итә. Эскадрон Гегелцоллерн-канал янына яҡынлашып, йылға аша һуғышып сыға башлай, дошман көслө ут аса. Сәғәҙәтов орудиеһын туранан-тура төҙәп дошмандың көслө уты аҫтында ут аса һәм дошмандың өс ут нөктәһен һәм ун бишләгән һалдатын юҡ итә. 1945 йылдың 28 апрелендә Бранденбург ҡалаһы янында орудие расчеты, 3-ө эскадронға ярҙам итеп, дошмандың айырым истребителдәр батальонының ике көслө ҡаршы һөжүмен кире ҡаға. Дошман расчетты уң яҡтан урап үтеп, орудиеға өс метрға тиклем яҡынлаша, әммә Сәғәҙәтов етәкселегендәге расчет батырҙырса ҡаршы тора. Һөҙөмтәлә һөжүм кире ҡағыла, дошмандың 20-гә яҡын һалдат һәм офицеры юҡ ителә.

Һуғышта Сәғәҙәтов Хәбибулла Сәғит улы күреү һәләтен юғалта. Белорет Һуҡырҙар йәмғиәтенең ойоштороусыһы була. Ветеран 1974 йылдың 5 мартында Белорет ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә