Сәғәҙиев Хәбир Әхмәтдин улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы
(Сәғәҙиев Хәбир Әхметдин улы битенән йүнәлтелде)

Сәғәҙиев Хәбир Әхметдин улы (рус. Сагадиев Хабир Ахметдинович 1905 йыл — 19 сентябрь (башҡа мәғлүмәттәр буйынса ноябрь) 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Белоруссия ерҙәрендә барған яуҙа хәбәрһеҙ юғала.

Сәғәҙиев Хәбир Әхмәтдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Дүртөйлө районы
Вафат булған көнө 1943
Вафат булған урыны Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәғәҙиев Хәбир Әхметдин улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дүртөйлө районында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Дүртөйлө район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында миномет расчеты командиры булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 19 сентябрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса ноябрендә) Белоруссияның Полесье өлкәһендә (хәҙер Белоруссияның Гомель өлкәһе) яуҙа хәбәрһеҙ юғала[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә