Сәнәғәт етештереүе
Сәнәғәт етештереүе (ингл. manufacturing) — тауарҙарҙы машина, инструменттар ҡулланып һәм эшсе көстәрен йәлеп итеп етештереү. Сәнәғәт (рус. сәнәғәт, кәсеп) — предприятиелар (рудниктар, шахталар, электр станциялары, заводтар, комбинаттар, фабрикалар) йыйылмаһы. Улар сеймал һәм яғыулыҡ табыу, электр энергияһын, эш ҡоралдарын етештереү, сәнәғәт предприятиеһында етештерелгән йәки ауыл хужалығында үҫтерелгән материалдарҙы һәм продукцияны эшкәртеү, ҡулланыу тауарҙарын етештереү менән шөғөлләнә[4].
Сәнәғәт етештереүе | |
Исем | Verarbeitendes Gewerbe/Herstellung von Waren[1], Manufacturing[1], Industrie[1], activités de fabrication[2] һәм industrie manufacturière[1][3] |
---|---|
Код NAF | C |
Код МСОК 4 | C[2] |
Өлөшләтә тура килә | product packaging industry[d] |
Сәнәғәт етештереүе Викимилектә |
Терминологияһы
үҙгәртергә«Сәнәғәт етештереүе» термины сеймалды механик, термик, химик йәки башҡа төрлө эшкәртеү йоғонтоһо аҫтында әҙер продукцияға әйләндереү процесын билдәләү өсөн ҡулланыла. Ғәҙәттә сәнәғәт етештереүе бер төрлө продукцияны ҙур күләмдә етештереүгә (күпләп етештереү) йүнәлтелгән була. Әммә үҙенсәлекле (яһалма) йәки ҙур булмаған партияларҙа етештереүҙе лә күҙҙә тотоуы ихтимал. Сәнәғәт етештереүе һөнәрселектән һәм кустарь етештереүҙән механизация һәм автоматлаштырыуҙың киң ҡулланылыуы менән айырылып тора, һөҙөмтәлә һуңғы продукт сифатының етештереү менән шөғөлләнгән эшселәрҙең оҫталығына бәйле булыуын юҡҡа сығара. Әҙер әйберҙең тәғәйенләнеше әһәмиәткә эйә түгел — уларҙы башҡа етештереүсегә, йәки күмәртәләп һатып алыусыға, йәки иң һуңғы һатып алыусыға һатырға мөмкин. Сәнәғәт етештереүенең ҡалыплашмаған ысулдарының булыуы ла ихтимал (мәҫәлән, префабрикация).
Хәҙерге заман сәнәғәт етештереүе һуңғы продуктты булдырыу һәм уның бөтә компоненттарын да берләштереү өсөн талап ителгән бөтә аралаш процестарҙы үҙ эсенә ала.
Сәнәғәт секторы инженер эшкәртмәләре һәм сәнәғәт дизайны менән тығыҙ бәйләнгән.
Тарихы һәм үҫеше
үҙгәртергәДонъяны индустриалләштергәнгә тиклем тәжрибәле һөнәрсе үҙенең ярҙамсылары һәм өйрәнсектәре менән бергә етештереүҙе тормошҡа ашыра. Әкренләп һөнәрселәр цехтарға берләшә башлай. Берлектәге эшмәкәрлек уларға үҙ мәнфәғәттәрен һөҙөмтәле яҡлау, етештереү серен һаҡлау мөмкинлеген бирә. Әммә етештереү йәһәтенән һөнәрсе үҙаллы айырым берәмек булып ҡала. Һуңғараҡ хеҙмәт бүленеше кимәле кәмей бара, һәм был хәл мануфактураларҙың барлыҡҡа килеүенә килтерә. Эшселәр һанының артыуы һәм етештереүҙең ҡатмарлаша барыуы мануфактураларҙы сәнәғәт фабрикаларына әйләндерә.
Йыш ҡына сәнәғәт етештереүен ауыл хужалығына ҡапма-ҡаршы ҡуялар. Ә бит ауыл хужалығында ер төп етештереү сараһы булып тора һәм тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйле.
Сәнәғәт сәйәсәте
үҙгәртергәЕтештереү иҡтисады
үҙгәртергәЯңы технологиялар етештереү үҫешен һәм ярашлы тармаҡтарҙа мәшғүллекте тәьмин итә. Был милли инфраструктураға һәм оборона һәләтен булдырыуға ла ярҙам итә. Әммә, икенсе яҡтан, күп производстволар социаль һәм экологик проблемаларға килтереүе ихтимал. Хәүефле ҡалдыҡтарға киткән сығымдар алынған продуктҡа сарыф ителгәндән артып китергә лә мөмкин. Хәүефле материалдар хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына зыян килтереүе ихтимал.
Хәҙерге заман производстволары файҙа алыуҙы арттырыу, ҡалдыҡтарҙы кәметеү (шул иҫәптән сеймалды комплексы файҙаланыу иҫәбенә лә), зарарлы химик матдәләр тәьҫирен булдырмау йәки мөмкин булған тиклем кәметеү өсөн ҙур сығымдар түгә.
Юридик мәсьәләләрҙе яҡшы белеүҙең етештереүгә ыңғай йоғонто яһауы көн кеүек асыҡ. Илдәр етештереү эшмәкәрлеген хеҙмәт хоҡуҡтары һәм экологик сәйәсәт ярҙамында көйләй. Бөтә донъя буйынса етештереүселәр административ көйләү һәм атмосфераны, тәбиғәтте бысратҡан һәм етештереү эшмәкәрлеге килтергән экологик зыянды ҡаплатыу өсөн һалымдар түләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары һәм хеҙмәт хаҡы тураһында һөйләшеүҙәр алып барыуҙа профсоюздарҙың роле ҙур. Хәҙер ваҡытта хеҙмәт хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса закондар мөһим. Закон буйынса яуаплылыҡ һәм йөкләмәләр производствонан өҫтәмә сығымдар талап итә. Һөҙөмтәлә етештереү капиталы бындай сығымдар түбән йәки бөтөнләй булмаған төбәктәргә күсә. Мәҫәлән, 2000 йылдан 2007 йылға тиклемге осорҙа АҠШ-та етештереү өлкәһендә 3,2 миллион эш урыны юҡҡа сыға (һәр алтынсы эш урыны). Ә Һиндостан 2016—2018 йылдарҙа бизнесты алып барыу еңеллеге индексы буйынса 130-сы урындан 77-се урынға күтәрелә.
Етештереү һәм инвестициялар
үҙгәртергәБөтә донъяла етештереү һәм инвестициялар өлкәһендәге тенденциялар һәм проблемаларҙы тикшереү һәм уларға анализ яһау түбәндәге факторҙарға нигеҙләнә:
- илдәр араһында етештереү кимәле буйынса айырманың һәм етди тирбәлештәрҙең тәбиғәте һәм сығанаҡтары;
- конкуренцияға һәләт;
- тура инвестициялар һалыу өсөн ылыҡтырғыс булыу.
Дөйөм анализдан тыш, тикшеренеүселәр етештереү үҫешенә йоғонто яһаған үҙенсәлектәрҙе һәм сәбәптәрҙе өйрәнә. Улар төрлө илдәрҙәге етештереү һәм инвестициялар күләмен һәм иҡтисадтың айырым тармаҡтарындағы етештереүсәнлекте сағыштыра.
Сәнәғәт эргономикаһы
үҙгәртергәБыл термин («ergonomia» (эргономия)) беренсе тапҡыр поляк ғалимы Ястшембовский Войцех тарафынан 1857 йылда уның «Эргономика планы, йәғни тәбиғи фәндәрҙән алынған хәҡиҡәткә нигеҙләнгән хеҙмәт тураһындағы фән» (пол. «Rys ergonomji czyli nauki o pracy, opartej na prawdach poczerpniętych z Nauki Przyrody») тип аталған ғилми эшендә атала.
Кеше үҙ эшмәкәрлегендә идара итергә тейеш булған техниканың байтаҡҡа ҡатмарлашыуы сәбәпле, 1920-се йылдарҙа эргономика артабан ныҡ үҫешә. Был өлкәлә тәүге тикшеренеүҙәр СССР-ҙа, Бөйөк Британия, АҠШ һәм Японияла үткәрелә.
«Эргономика» термины бер төркөм инглиз ғалимдары йәмғиәтте эргономик тикшереүҙе башлап ебәреү менән 1949 йылда Бөйөк Британияла ҡабул ителә. СССР-ҙа 1920-се йылдарҙа «эргология» атамаһы тәҡдим ителә, АҠШ-та электән кешелек факторын тикшереү атамаһы, ГФРҙа — антропотехника тигән атамалар була, ләкин хәҙерге ваҡытта инглиздарҙың «эргономика» термины донъя буйлап киң таралған.
Хәрби эштәге фәнни-техник прогресҡа, ҡоралланыуҙың һәм хәрби техниканың үҫешенә һәм ҡармарлашыуына бәйле, эргономика ХХ быуат уртаһында ныҡ үҫешә, шуға күрә лә сәнәғәт эргономикаһы ла артабан үҫеш ала, шунан һуң теге йәки был категорияларҙағы тауар төркөмөн баҙарға артабан үткәреү маҡсатында продукцияның эргономик сифаттарын яҡшыртыусы коммерция технологиялары ла хасил була[5].
1986 йылда профессор Аствацатуров Артём Ервандович тарафынан «инженер эргономикаһы» термины, шулай уҡ уның ысулдары һәм методологик нигеҙҙәре индерелә[6].
Һуңғы ваҡытта эргономика классик билдәләмәнән ситләшә бара һәм производство эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле булыуҙан туҡтай.
Төрлө илдәрҙә етештереү
үҙгәртергәБөтә донъя банкыһы мәғлүмәттәре буйынса иң яҡшы 20 ил-сәнәғәт тауарҙарын етештереүселәр исемлеге.
Место | Ил/Төбәк | АҠШ-тың млн доллары | Йыл |
---|---|---|---|
Мир | 12,308,110 | 2016 | |
1 | Ҡытай | 3,590,977 | 2017 |
Европа Берлеге | 2,512,108 | 2017 | |
2 | АҠШ | 2,160,559 | 2016 |
Еврозона | 1,931,828 | 2017 | |
3 | Япония | 1,041,770 | 2016 |
4 | Германия | 759,904 | 2017 |
5 | Көньяҡ Корея | 422,065 | 2017 |
6 | Һиндостан | 392,346 | 2017 |
7 | Италия | 284,297 | 2017 |
8 | Франция | 261,831 | 2017 |
9 | Бөйөк Британия | 241,354 | 2017 |
10 | Индонезия | 204,726 | 2017 |
11 | Бразилия | 208,735 | 2017 |
12 | Мексика | 196,816 | 2017 |
13 | Испания | 171,317 | 2017 |
14 | Рәсәй | 188,013 | 2017 |
15 | Канада | 175,959 | 2014 |
16 | Төркиә | 149,038 | 2017 |
17 | Швейцария | 123,184 | 2017 |
18 | Таиланд | 123,220 | 2017 |
19 | Ирландия | 97,967 | 2016 |
20 | Нидерланд | 88,817 | 2017 |
Әҙәбиәт
үҙгәртергәKalpakjian, Serope; Steven Schmid (August 2005). Manufacturing, Engineering & Technology. Prentice Hall. pp. 22-36, 951-88. ISBN 978-0-13-148965-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Промзоны 2012 йыл 23 ноябрь архивланған. (какие страны и в каком объёме производят промышленные товары)
- Новости Российской и зарубежной промышленности
- История кожевенно-меховой промышленности
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 КДЕС — 2008.
- ↑ 2,0 2,1 (unspecified title) — 2008.
- ↑ французская номенклатура видов деятельности № 2 (фр.) — INSEE, 2008.
- ↑ Промышленность / Гловели Г. Д. // Полупроводники — Пустыня. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 586—592. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 27). — ISBN 978-5-85270-364-4.
- ↑ Технологии. 11 класс: Разработки уроков.. — Ҡалып:Х.: «Ранок», 2011. — С. 45 — 176 с. — ISBN 978-617-540-175-0.
- ↑ Официальный сайт Донского отделения МАНЭБ 2016 йыл 4 март архивланған.