Сәлихова Гүзәл Салауат ҡыҙы

Сәлихова Гүзәл Салауат ҡыҙы (13 июнь 1975 йыл) — журналист. 2015 йылдан Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, «Һаҡмар» гәзитенең баш мөхәррире. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Ҡаланың Юлай Мәҡсүтов исемендәге йәштәр (2010), Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар (2017) премиялары лауреаты.

Сәлихова Гүзәл Салауат ҡыҙы
Тыуған көнө:

13 июнь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (48 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Биографияһы үҙгәртергә

Гүзәл Салауат ҡыҙы Салихова (ижади псевдонимы Гүзәл Иҫәнгилдина) 1975 йылдың 13 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Урындағы 1-се мәктәптә белем ала һәм уны 1992 йылда тамамлай. Ошо уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә.

Студент йылдарында «Йәшлек» һәм «Октябрь байрағы» гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә, Башҡорт йәштәре иттифағының иң әүҙем ағзаларының береһе була. Баймаҡ районында «Һаҡмар» тип аталған башҡорт баҫмаһы асыласағын ишетеп, тыуған районына ҡайта. 2000 йылдың 1 ғинуарынан «Һаҡмар» гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләй. Ошо уҡ йылды хаттар һәм социаль тормош бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.

2003 йылда РФ һәм БР Журналистар Союзына алына. 2010 йылда Юлай Мәҡсүтов исемендәге йәштәр премияһы бирелә.

2012 йылда «Һаҡмар» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2015 йылдан Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, «Һаҡмар» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй.

2017 йылда Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһы лауреаты исеме бирелә.

2000 йылдан «Суд залынан» рубрикаһы аҫтында алып барған мәҡәләләре менән танылыу алған. Был йүнәлештәге әүҙем эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһы Юғары Судының Почет грамоталары һәм Дипломдары (2010—2022) менән билдәләнгән.

Матбуғат өлкәһендә оҙайлы, намыҫлы хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә (2021). Юғары һөнәри оҫталығы һәм оҙайлы йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Республика Башлығының Рәхмәтенә лайыҡ була (2021). Хеҙмәт дәүерендә бик күп Рәсәй һәм республика ижади конкурстарында еңеү яулай. «Журналист яҙмалары. Фәрештә йылмайған көн» тип аталған китабы баҫмаға әҙер.

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре, рубрикалары үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Юлай Мәҡсүтов исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (2010 йыл)
  • Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһы лауреаты (2017 йыл)
  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы (2021)
  • Республика Башлығының Рәхмәтенә ((Благодарность) лайыҡ була (2021)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Һылтанмалар үҙгәртергә