Башҡорт йәштәре иттифағы
Башҡорт йәштәре иттифағы — Башҡортостан Республикаһының башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмаһы. Башҡорт йәштәре республика ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашһын өсөн, уларҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау маҡсатында ойошторолған. Өфө ҡалаһында урынлашҡан. 1990 йылда төҙөлгән.
Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре
үҙгәртергәБашҡорттарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү һәм һаҡлау, традициялары үҫешен пропагандалау, йәштәрҙең буш ваҡытын һәм ижади эшмәкәрлеген ойоштороу.
Эшмәкәрлегенең төп формалары
үҙгәртергә- Башҡорт йәштәре көндәре (1991 йылдан алып),
- «Серле йондоҙҙар» (1999 йылдан алып),
- «Һылыуҡай» (1992 йылдан алып) конкурстарын,
- «Урал моңо» Халыҡ‑ара төрки йәштәре музыкаль ижады конкурс‑фестивален (1992 йылдан алып),
- «Йәшлек‑шоу» республика йәштәре башҡорт эстрадаһы фестивален (1994 йылдан алып),
- «Шаяниум» башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар конкурсын (2001 йылдан алып) үткәреүҙә,
- Халыҡ-ара төрки йәштәре көндәрендә,
- Халыҡ‑ара Азия‑Тымыҡ океан төбәге илдәре студенттары һәм йәштәре фестивалендә ҡатнашыу;
- «Буҙҡорт» спорт‑патриотик лагерын (1996 йылдан алып) ойоштороу.
Идаралыҡ
үҙгәртергәБүлексәләр
үҙгәртергә- Ырымбур өлкәһе башҡорт йәштәре берлеге (2002 йылдан алып),
- Ҡурған өлкәһе башҡорт йәштәре берлеге (2004 йылдан алып),
- Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәре берлеге (2006 йылдан алып),
- Һамар өлкәһе башҡорт йәштәре берлеге (2007 йылдан алып),
- Һарытау өлкәһе башҡорт йәштәре ойошмаһын (2005 йылдан алып).
Ағза булып тора
үҙгәртергә- Халыҡ‑ара төрки йәштәре ойошмаһы (1991 йылдан алып),
- Евразия йәштәре берлеге (2005 йылдан алып),
- Республика йәштәр хәрәкәте (2007 йылдан алып)