Сәлимов Фәтих Хәйретдин улы
Сәлимов Фәтих Хәйретдин улы (1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Сәлимов Фәтих Хәйретдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны | Әлшәй районы, СССР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәлимов Фәтих Хәйретдин улы 1902 йылда Башҡортостандың Әлшәй районында тыуа. 1942 йылдың 10 февралендә Әлшәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. 60-сы гвардия кавалерия полкында ат дағалаусы, 82-мм миномет батареяһының мина ташыусыһы булып хеҙмәт итә[2]. Сәлимов Фәтих Хәйретдин улы Одер йылғаһынан Эльба йылғаһына тиклем бөтә хәрби юлында Берлинды ҡамап алыуҙы тамамлау буйынса батареяның аттар составын 100 процент сифатлы даға менән тәьмин итә. 1945 йылдың 23 апрелендә Ораниенбург ҡалаһы өсөн һуғышта карабин уты менән дошмандың өс һалдатын юҡ итә һәм береһен әсирлеккә эләктереп штабҡа алып килә. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Сәлимов Фәтих Хәйретдин улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945) менән бүләкләнгән[3].
Сәлимов Фәтих Хәйретдин улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- САЛИМОВ ФАТЫХ|ФАТИХ|ФОТЫХ ХАЙРЕТДИНОВИЧ|ХАЙРЫДИНОВИЧ|ХАЙРИДИНОВИЧ 2021 йыл 4 июнь архивланған.
- Шаймуратовцы. САЛИМОВ Фатых Хайретдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Салимов Фатих Хайретдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)