Сәлимов Килемдар Сәлим улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой

Ҡалып:Underlinked

Сәлимов Килемдар Сәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Күҙәй ауылы, Бүздәк районы, СССР
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Сәлимов Килемдар Сәлим улы (рус. Салимов Калемдар Салимович) 1901 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы үҙгәртергә

Сәлимов Килемдар Сәлим улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуа. 1941 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 5‑се батареяһында ашнаҡсы, йөк ташыусы булып хеҙмәт итә.[1]. 5‑се батарея ашнаҡсыһы Сәлимов Килемдар Сәлим улы һалдаттарға хәрби хәрәкәттәр барышында иртәнге, төшкө, киске аштарҙы һәр саҡ ваҡытында ташығаны өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Үҙенә беркетелгән аттарҙы һәр ваҡыт яҡшы тәрбиәләгәне һәм алғы һыҙыҡта һалдаттарға вҡытында эҫе аш менән тәьмин итеүе өсөн 1945 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә