Сәлимов Имаметдин Сәббәх улы
Сәлимов Имаметдин Сәббәх улы (рус. Салимов Имамутдин Саббахович 1906 йыл — ?), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.
Сәлимов Имаметдин Сәббәх улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1906 |
Тыуған урыны | Йәрмәкәй районы, СССР |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәлимов Имаметдин Сәббәх улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Йәрмәкәй районында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Йәрмәкәй район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы составында Көньяҡ-Көнбайыш фронтта һуғыша.
1942 йылдың 20 ноябренән алып 24 ноябренә тиклем 1-се эскадрондың взвод командиры ярҙамсыһы сержант Сәлимов Имаметдин Сәббәх улы үҙенең шәхси өлгөһөндә яугирҙәрҙе йыш һөжүмгә әйҙәй. Бер алыш ваҡытында пулеметсы ҡалтырап ҡалғас, Сәлимов үҙе пулемет артына ултыра һәм пулеметсыға етеп килгән ике немец автоматсыһын атып йыға. Был ҡыйыулығы өсөн Сәлимов Имаметдин Сәббәх улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. САЛИМОВ Имамутдин Саббахович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Салимов Имамутдин Саббахович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)