Сәйғәфәр мәктәбе
Сәйғәфәр мәктәбе (рус. Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Сайгафар Муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы, Сәйғәфәр ауылында урынлашҡан уҡыу йорто
Сәйғәфәр мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбе |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1937 |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Баймаҡ районы, Сәйғәфәр ауылы, Мәктәп урамы, 6 |
Тарихы
үҙгәртергәСәйғәфәр мәктәбе 1937 йылда башланғыс мәктәп булараҡ барлыҡҡа килә[1]. Тәүҙә балаларҙы уҡытыу шәхси йорттарҙа йәки яраҡлаштырылған биналарҙа ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, уҡытыу туҡтатыла. Тик 1945 йылда ғына ҡулайлаштырылған бүлмәлә яңынан күнекмәләр башлана.
1949 йылда яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. Уҡытыусылары элекке фронтовик Килдеғошов Дәүләтша Мостафа улы һәм Дәүләтбаева Минниямал була. Кисен мәктәп клуб булып хеҙмәт итә.
1962 йылда Комсомол ауылы һәм Һаҡмар ауылы башланғыс мәктәптәре берләштерелә.
1967—1968 уҡыу йылында Һаҡмар һигеҙ йыллыҡ мәктәбе асыла. Балалар һаны — 130. Киләһе йылдарҙа балалар һаны 205-кә етә. 1973 йылда киске мәктәп ойошторола, унда 16—30 йәшлектәр уҡый.
1985 йылда 1-се Комсомол урта мәктәбе итеп үҙгәртелә. 2015 йылда мәктәп Йомаш урта мәктәбенә ҡушыла, ә 2021 йылдан мәктәп үҙаллы мәктәп булараҡ эшләй.
Әлеге ваҡытта Сәйғәфәр мәктәбендә 10 уҡытыусы, 1 тәрбиәсе һәм 9 техник хеҙмәткәр эшләй. Мәктәптә 80 бала уҡый.
Етәкселәре
үҙгәртергә- Мырҙабулатов Әбделхәй Ханнан улы
- Мырҙабулатов Рәжәп Рәсүл улы
Уҡытыусылары
үҙгәртергә- Килдеғошов Дәүләтша Мостафа улы
- Дәүләтбаева Минниямал
- Истәков Фирғәт Һиҙиәт улы
Шулай уҡ уҡығыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Мәктәп сайты История школы(недоступная ссылка)