Аҡъюлов Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы

юрист, эске хеҙмәт полковнигы
(Сәйфүн Аҡъюлов битенән йүнәлтелде)

Аҡъюлов Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы (18 февраль 1958 йыл) — хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, отставкалағы эске хеҙмәт полковнигы. 2011—2018 йылдарҙа Язаны ғәмәлгә ашырыу буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).

Аҡъюлов Сәйфүн
Сәғәҙәткирәй улы
Тыуған көнө

18 февраль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

холоҡ-төҙәтеү системаһы

Наградалары һәм премиялары

Салауат Юлаев ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Сайт

http://www.02.fsin.su/

Биографияһы үҙгәртергә

Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы Аҡъюлов 1958 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуған. 1980 йылда СССР Эске эштәр Министрлығының Вильнюс махсус урта мәктәбен, 1989 йылда — Юғары юридик ситтән тороп уҡыу мәктәбен (хоҡуҡ белеме буйынса) тамамлаған. 1980 йылдың октябренән 2-се холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһында (русса ИТК — исправительно-трудовая колония) хеҙмәтте ойоштороу буйынса инженер, оператив частең инспекторы, оперуполномоченныйы һәм етәксеһе, колония етәксеһе урынбаҫары. 1997 йылдың мартынан 4-се ИТК етәксеһе, 2011 йылдың ғинуарынан — Язаны ғәмәлгә ашырыу буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ (русса УФСИН России по Республике Башкортостан) етәксеһе урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы;
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
  • Салауат Юлаев ордены (2014)[1].

Матбуғат саралары уның тураһында үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә