Сәйетғәлин Ҡаһарман Сәйетғәли улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты

Сәйетғәлин Ҡаһарман Сәйетғәли улы — (18 август 1908 йыл24 сентябрь 1990 йыл), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)[2].

Сәйетғәлин Ҡаһарман Сәйетғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 август 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Юлдаш, Рәсәй
Вафат булған көнө 24 сентябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Юлдаш, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Эш урыны Колхоз
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәйетғәлин Ҡаһарман Сәйетғәли улы 1908 йылдың 18 авгусында Башҡортостандың Әбйәлил районы Юлдаш ауылында тыуа. Сәйетғәлиндың хәрби билетындағы яҙыуҙарға ҡарағанда, уның 1931 йылда уҡ 80-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итеүе тураһында әйтелә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем « Ураҡ һәм Сүкеш» колхозында эшләй.

1941 йылдың декабрендә Әбйәлил район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 148‑се гвардия артиллерия-миномет полкының 45-мм пушкалар батареяһының командиры булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 17 апрелендә 112-се дивизия фронтҡа китә, Сәйетғәлин контузия ала һәм эвакуация госпиталендә 1943 йылдың ноябренән 1943 йылдың ғинуарына тиклем була.

Госпиталдән һуң 1943 йылдың февраль башында дивизия 8-се кавалерия корпусы составында фашистар тылы буйынса тәрән рейдка барырға һәм Чернухино торак пунктын, Дебальцево станцияһын алырға, Миллер станцияһы йүнәлешендә дошманды юк итергә тигән бойороҡ ала. Рейд ике аҙна дауам итә һәм дивизия барлыҡ ҡуйылған бурыстарҙы теүәп сыға, ләкин дивизия ҙур юғалтыуҙар кисерә: дивизия командиры генерал-майор М.М. Шайморатов, штаб комиссары Д. Артикулов һәләк була. Дивизия Чернигов ҡалаһы өсөн аяуһыҙ һуғыштарҙа әүҙем катнаша. 7-се гвардия кавалерия корпусы штабы приказы нигеҙендә Сәйетғәлин Ҡаһарман Сәйетғәли улы батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Артабан 112-се кавалерия дивизияһы Хелм, Люблин ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Дивизия составында Сәйетғәлин «Майданек» концлагеры тотҡондарын, Белоруссияны, Польшаны, Зандхаузен ҡалаларын, һуңынан Бранденбургты азат итеүҙә ҡатнаша.

Дон йылғаһынан Эльба йылғаһына тиклем хәрби юл үтеп, Сәйетғәлин Ҡаһарман Сәйетғәли улы 1945 йылдың ноябрендә демобилизациялана. Һуғыштан һуң башҡалар менән бер рәттән емерелгән халыҡ хужалығын тергеҙеү буйынса эшкә тотона. Өйләнә, ете балаһы була[3][4].

1990 йылдың 24 сентябрендә вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә