Сәйетғәлиев Сәхибгәрәй

Сәхибгәрәй Сәйетғәлиев (6 март 1894 йыл — 29 октябрь 1938 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре.

Сәйетғәлиев Сәхибгәрәй
татар. Сәхибгәрәй Сәетгалиев
Флаг
Флаг
Татар АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе
1920 йыл — 1921 йыл
Алдан килеүсе: элгәреһе
Дауамсы: Мөхтәров Кашаф Ғилфан улы
Флаг
Флаг
Ҡырым АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе
1921 йыл — 1924 йыл
Алдан килеүсе: вазифа бөтөрөлә
Дауамсы: О.А. Дерен-Айерлы
 
Тыуған: 6 март 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Өфө, СССР
Үлгән: 29 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (44 йәш)
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте татар. Эшсе. 1915 йылда армияға саҡырыла, 1916 йылда Екатеринбург ҡалаһының РСДРП комитеты агитаторы.

1917 йылдағы Февраль революцияһынан һуң полк комитеты һәм Екатеринбург советы ағзаһы, мосолман яугирҙарының гарнизон комитеты рәйесе. 1917 йылдың мартында большевиктар партияһына инә. 1917 йылдың июленән Урал өлкә мосолман шураһы рәйесе. 1918—1919 йылдарҙа Өфө губерна башҡарма комитетының милләттәр эштәре буйынса комиссары, татар-башҡорт бюроһы ағзаһы, Үҙәк мосолман хәрби коллегияһының сәйәси бүлеге ҡарамағындағы мосолман хәрби-сәйәси курстары уҡытыусыһы. 1919 йылдың ноябрендә Көнсығыш халыҡтары коммунистик ойошмаларының 2-се Бөтә Рәсәй съезы делегаты, РКП(б) Үҙәк Комитеты эргәһендәге Көнсығыш Халыҡтарының Коммунистик ойошмаһының (КОНВ) Үҙәк бюроһы рәйесе итеп һайлана.

1920 йылда Татар АССР-ының Революцион комитеты рәйесе. 1920—1921 йылдарҙа — Татар АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе. 1921—1924 йылдарҙа Ҡырым АССР-ының Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе. 1921 йылдың 30 декабрендә — СССР-ҙың Бөтә Союз Советтар съезында РСФСР-ҙан тулы хоҡуҡлы делегацияһы ағзаһы.

19241925 йылдарҙа — РКП(б)-ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы. 1924—1926 йылдарҙа СССР Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының халыҡ комиссариатында хеҙмәт итә. 1928—1931 йылдарҙа — «Тепло и сила» тресы (Мәскәү) идарасыһы урынбаҫары, идарасыһы. 1931—1933 йылдарҙа — СССР-ҙың Хеҙмәт Халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы. 1933 йылдан алып СССР Тимер юлдары халыҡ комиссариатында сәйәси эштә.

РКП(б)-ның IX, X, XII, XIII съездары делегаты. Коминтерндың 2-се һәм 3-сө конгресы делегаты. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы итеп һайлана.

1938 йылда репрессиялана. Үлгәндән һуң аҡлана[1].

Милли сәйәсәт

үҙгәртергә

1920 йылдың көҙөндә Сәйетғәлиев Сәхибгәрәй Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Сәйетғәлиевты үлтерергә маташыуҙы тикшергән махсус комиссияһы рәйесе була. Татар Республикаһы етәкселегендә ике дошман төркөмө ойошторолоуы, уларҙың береһен Сәйетғәлиев, ә икенсеһен Солтанғәлиев етәкләүе тураһында яҙып бирә. Комиссия рәйесе фекеренсә, «беренсе төркөм дә, 2-се төркөм дә Татар Республикаһында булмаҫҡа тейеш»[2].

1924 йылдың 31 ғинуарында И. В. Сталинға хат яҙа, унда В. Лениндың вафатына ҡарата фекерен белдереп, «ашығыс» саралар тәҡдим итә:

  1. ) төбәктәрҙә таралған, йәнәһе лә, партиябыҙҙың етәксе даирәһе составында милли мәсьәлә буйынса принципиаль килешмәүсәнлек бар тигән ялған ҡарашты бөтөрөргә;
  2. ) яуаплы иптәштәрҙән (Үҙәк Комитет ағзаларынан) милли мәсьәлә буйынса, әйтелгән һүҙҙәренең йәки яҙылған мәҡәләләренең һәр тенденциоз аңлатмаһына ҡаршы яуап булырлыҡ, бер нисә мәҡәлә яҙыуҙарын һорарға;
  3. ) партияның яуаплы, етәксе даирәһе араһында киләсәктә ошо мәсьәлә буйынса фекер айырымлыҡтары килеп тыуһа, уларҙы ҡәтғи рәүештә Коммунистар партияһы Үҙәк башҡарма комитеттың Политбюроһынан да ары сығармаҫҡа кәрәк;
  4. ) төбәктәрҙә йәшәүсе урындағы (туземный) халыҡтар тормошон (киң даирәләрҙә һиҙелерлек) иҡтисади йәһәттән яҡшыртыуға йүнәлтелгән: ауылдарға кире ҡайтарылмай торған ссуда биреү, кредитты киңәйтеү, дәүләт аҡсаһына яңы мәктәптәр төҙөү һәм башҡалар; атап әйткәндә, Төркиәнән ҡырым татарҙарын реэмиграциялауға һәм уларға хужалыҡ булдырыуға аҡса бүлеү (ассигновать) кеүек ғәҙәттән тыш саралар күрергә. Мөһим сәйәси әһәмиәткә эйә булған ошондай шәхсән мәсьәләләр һәр автономиялы республикала тиерлек бар. Уларҙы асыҡлап, тормошҡа ашырырға кәрәк. Был Яҡын Көнсығыш халыҡтарының беҙҙең партияға ҡарата теләктәшлеген һәм һөйөүен элекке кимәлдә һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.
  5. ) төбәктәрҙә партияны ят элементтарҙан планлы, ләкин ҡәтғи таҙартып, яйлап партияһыҙ массаларҙың һәм интеллигенцияның иң яҡшы вәкилдәрен йәлеп итеп, партия-совет етәкселеген һыналған партия ағзалары ҡулына тапшырырға.
  6. ) ил төбәктәрендәге фабрика-завод эшселәре һәм ауылдарҙағы ярлы ҡатламдың иң яҡшыларын (Үҙәк Комитет ҡарары йәки партияның XIII съезы ҡарары менән), тәҡдим итеүселәр һанын, кандидатлыҡ стажы срогын кәметеп, партияға алыуҙы ябайлаштырырға һәм еңеләйтергә[3].

Исемен мәңгеләштереү

үҙгәртергә
  • Өфөлә Сәхибгәрәй исеме менән аталған бульвар бар[2]
  • Ҡазанда Сәйетғәлиев урамы, шулай уҡ Сәхибгәрәй исемендәге мәҙәниәт һарайы бар
 
Ҡазанда Сәйетғәлиев исемендәге Мәҙәниәт һарайы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Саид-Галиев Сахиб-Гарей // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. ЦК РКП(б)–ВКП(б) и национальный вопрос. Книга 1. 1918–1933 гг.. — М.: РОССПЭН, 2005. — С. 42.
  3. ЦК РКП(б)–ВКП(б) и национальный вопрос. Книга 1. 1918–1933 гг.. — РОССПЭН, 2005. — С. 182.

Ҡалып:Власть в Татарской АССР Ҡалып:Власть в Крымской АССР