Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы

Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы (25 ғинуар 1907 йыл — 9 июль 1986 йыл) — театр актёры, режиссёр. 1931—1939 һәм 1941—1947 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры, 1939—1941 һәм 1947—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1947).

Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы
Тыуған көнө 25 ғинуар 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (117 йәш)
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы

Биографияһы үҙгәртергә

Сәхи Ниғмәт улы Сәйетов 1907 йылдың 25 ғинуарында Ырымбур губернаһы Тоҡ-Соран улусы (хәҙер Ырымбур өлкәһе Александровский районы) Ҡәйепҡол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1914—1917 йылдарҙа М. Буранғолов исемендәге Ҡәйепҡол мәҙрәсәһендә уҡый.

1922—1924 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы халыҡ мәғарифы институты янындағы Ырымбур ҡалаһындағы курстарҙа уҡый. Бында уҡыған йылдарында М. Буранғоловтың М. Алмашев һәм К. Иҙелғужиндар ҡуйған «Ашҡаҙар» һәм «Дала кешеһе Йәркәй» спектаклдәрендә уйнай. Башҡортостан сәнғәт техникумының В. Г. Мортазин-Иманский класында актёрлыҡ һөнәренә уҡып, техникумдың театр бүлексәһен тамамлай.

Өфө ҡалаһында беренсе тапҡыр Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Д. Юлтыйҙың «Маҡтымһылыу» исемле трагедияһында Тойғон роле менән сығыш яһай.

1931—1939 һәм 1941—1947 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз театрында актёр, художество етәксеһе, режиссёр була.

1939—1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының актёры һәм режиссёры булып эшләй.

Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы 100-ҙән ашыу роль башҡара һәм, режиссёр булараҡ, Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе сәхнәләрендә 50-гә яҡын спектаклдәр ҡуя. Уның репертуарындағы күренекле ролдәр: Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол» трагедияһында Ҡарағол, Х. Ибраһимовтың «Башмағым» комедияһында Кәрим бай, М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәрендә» Фәхри, Ҡ. Даяндың «Таңсулпанында» Айсыуаҡ һәм Көҫәпҡол, Б. Бикбайҙың «Салауатында» Салауат Юлаев, М. Кәримдең «Ҡыҙ урлауында» Дәүләтбай ролдәре һәм башҡалар.

«Салауат Юлаев» кинофильмында (1940), «В ночь лунного затмения» (1978), «Голос театра» (1979), «Свадьба» (1981) һәм башҡа кинофильмдарҙа төшә. Үҙе 10-дан артыҡ бер шаршаулы пьесалар яҙған.

Режиссура менән булышып, Н. Ҡариповтың «Алма», Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә», М. Әмирҙең «Тормош йыры», А. Н. Островскийҙың «Женитьба Бальзаминова» пьесаларын сәхнәгә сығара.

Күренекле ролдәре үҙгәртергә

Д. Юлтый. «Ҡарағол» трагедияһы — Ҡарағол

Х. Ибраһимов. «Башмағым» комедияһы — Кәрим бай

М. Ғафури. «Ҡара йөҙҙәр» — Фәхри

Ҡ. Даян."Таңсулпан"— Айсыуаҡ һәм Көҫәпҡол

Б. Бикбай. «Салауат» — Салауат Юлаев

М. Кәрим. «Ҡыҙ урлау» — Дәүләтбай.

Режиссерлыҡ эштәре үҙгәртергә

Н. Ҡарипов «Алма»

Б. Бикбай «Ҡаһым түрә»

М. Әмир «Тормош йыры»

А. Н. Островский «Женитьба Бальзаминова»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә