Сәйетборхан Мағазов

Сәйетборхан Мағазов (1781—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Сәйетборхан Мағазов
Тыуған ваҡыты

1781({{padleft:1781|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Илекәй-Мең улусы, Гәйнәямаҡ ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы

Хәрби звание

Зауряд-есаул

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәйетборхан Мағазов Ырымбур губернаһы Илекәй-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) Ямаҡ (Гәйнәямаҡ) ауылында йәшәгән. Зауряд-сотник булып хеҙмәт итә[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 12-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 12-се Башҡорт атлы полкы Куроедово ауылында 12-се һәм 7-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 16 октябрендә Түбәнге Новгородҡа бара[2]. 1813 йылдың майында Түбәнге Новгород ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә һәм Польша армияһы составына керә. 1813 йылдың 15 авгусынан Глогауҙы блокадалауҙа ҡатнаша һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][3]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 12-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.