Сүмләк (ауыл)
Сүмләк (Сүлмәк) — ауыл, Рәсәйҙең Ҡурған өлкәһе Щучье районы Сүмләк ауыл Советының административ үҙәге[3].
Сүмләк | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ үҙәге | Чумлякский сельсовет[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Чумлякский сельсовет[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
1181 кеше (1989), 585 кеше (2002), 968 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 641020 |
Географияһы
үҙгәртергәЩучье ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 11 километрҙа Мейәс йылғаһы ярында урынлашҡан.
Этимологияһы
үҙгәртергәБыл урында тәбиғәт матур. Йыраҡтан ҡарағанда, ауыл ҙур ҡаҙан эсенә йәшеренгән кеүек күренә. Борондан ошо ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттар уйпатлыҡты «сүлмәк» тип атаған, һәм ул урыҫ теленә һүҙмә-һүҙ «сүлмәк» тип күскән. Тел закондарына ярашлымы, «сүлмәк» һүҙенең әйтелеше урыҫ телле кешеләргә ҡыйыныраҡ булғанғамы, уны «сүмләк» тип йөрөтә башлағандарҙыр тиергә була.
Тарихы
үҙгәртергәГеография, зоология, ботаника, палеонтология, минералогия, геология, этнография, тарих һәм тел ғилеменә ҙур өлөш индергән натуралист һәм сәйәхәтсе-энциклопедист Пётр Симон Паллас Сүмләк тураһында бына шулай тип яҙып ҡалдырған:
|
Был урында элгәре башҡорттар йәшәгәне атамаһынан билдәле. Әммә 1679 йылда күпләп дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултырғанлыҡтан, хәҙерге ваҡытта уларҙы ошо урынға нигеҙ һалған тип иҫәпләйҙәр.
1810 йылда Сүлмәктә тәүге йәрминкә үтә, ә һуңғараҡ йәрминкәләр йылына өс тапҡыр: көҙ — Кузьмин, яҙ — Алексеевск, ҡыш — Раштыуа йәрминкәһе ойошторола. Халыҡ өсөн йәрминкәләр оло ваҡиға була: тауар алмашыу мөмкинлеге генә түгел, ҙур алыш-биреш килешеүҙәре төҙөү, һүҙ ҡуйышыуҙар, төрлө мәғлүмәт алыу, төрлө милләт кешеләре менән аралашыу, эшлекле бәйләнештәр һәм мөнәсәбәттәр урынлаштырыу мөмкинлеге асыла. Сауҙа үҫеше ауылда төҙөлөш йәнләнеүенә алып килә: ваҡытлыса килеүселәр өсөн йәшәрлек йорттар, келәттәр һәм амбарҙар, кибеттәр, һыраханалар (бишәү була) төҙөлә.
1845 йылда сиркәү төҙөлә, бер йылдан өс йыллыҡ мәктәп асыла. 1896 йылда мәктәп биш йыллыҡ ике класлы училище итеп үҙгәртелә.
1912 йылда — дәүләт дауаханаһы, бер нисә йылдан бала табыу йорто асыла.
Ауыл тарихы Беренсе донъя һуғышы, Совет власын урынлаштырған Октябрь революцияһы, хәрби коммунизм ваҡиғалары менән бәйләнгән. Октябрь революцияһы ауыл халҡының донъяға ҡарашын, көнкүрешен үҙгәртә. Коллективизация һәм синыф булараҡ кулактарҙы бөтөрөү ауыл хужалығына етди көрсөк булып ҡағылды.
1930 йылда ил буйынса дини ғибәҙәтханалар емертелә. Сүмләк сиркәүенең ҡыңғырауҙарын төшөрөп, балғалар менән ваталар. Бөгөнгө көндә, бер бүлмәһендә ремонт эшләнеп, унда ғибәҙәт ҡылынһа ла, сиркәү йәмһеҙ күренә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, халыҡ ауыр йәшәй, әммә ҡамауҙа ҡалған Ленинградтан 900 бала эвакуациялана. Балалар йорто (1969 йылға тиклем эшләй) һәм фронттан килтерелгән яралылар өсөн госпиталь асыла. Аяҡҡа баҫа алмай вафат булғандар туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Оҙаҡ ваҡыт буйы һәйкәлдә хатта ерләнгәндәрҙең фамилияһы һәм исеме күрһәтелгән табличка ла булмай. Әммә 1965 йылда, Мәскәү архивы менән яҙышҡан ауыл мәктәбенең тарих уҡытыусыһы А. А. Холкиндың тырышлығы менән, ерләнгәндәр тураһында мәғлүмәтте тергеҙеү мөмкин була.
1930-сы йылдарҙа ауылда «Память Чкалова» колхозы ойошторола, ул 2004 йылда эшен туҡтата. Сүмләк игенселәре бер нисә тапҡыр Т. С. Мальцев исемендәге премия менән бүләкләнә.
2004 йылда сафтары һирәгәйгән колхозсыларҙың дөйөм йыйылышында Чкалов исемендәге агрофирма ойошторорға һәм ерҙәрҙе Силәбе он тарттырыу заводына ҡуртымға бирергә тигән ҡарар сығарыла. Бөгөн элекке «Память Чкалова» колхозы ерҙәрен «Муза» агрохолдингы эшкәртә. Ташландыҡ ерҙәрҙең барыһы ла тиерлек һөрөлгән. Заманса техника, энергия һаҡлау технологиялары ҡулланыла, яңы орлоҡ һаҡлау һәм орлоҡ киптереү урындары төҙөлгән.
2020 йылдың февраленән Сүмләк ауыл биләмәһе башлығы — Теляков Виктор Николаевич.
Сүмләк ауыл Советы хакимиәте һәм китапхана ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан.
Сүмләктә педагогик хеҙмәт ветераны Каяткина Галина Васильевна башланғысы менән ойошторолған Щучье районында берҙән-бер крайҙы өйрәнеү музейы эшләй. Ул башлап ебәргән мәктәп музейы нигеҙендә ауыл крайҙы өйрәнеү музейы булдырыла.
XIX быуатта төҙөлгән музей бинаһы — Щучье районының иҫтәлекле урыны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында асылған балалар йорто ошо бинала урынлашҡан була. Ботов Пётр Андреевич тиҫтә йыл дауамында музейҙы етәкләй.
Музей бик боронғо замандарҙан алып беҙҙең көндәргә тиклем осорҙарҙы сағылдырған бер нисә бүлектән тора. XIX—XX быуат әйберҙәренән торған экспонаттарҙың ҙур коллекцияһы, хәрби дан бүлмәһе, биҙәү-ҡулланма ижад залы, тыуған яҡ тәбиғәте мөйөштәре бар[5].[6]
Инфраструктураһы
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Сүмләк ауылында:
- Мәктәп
- Интернат
- Һөнәри-техник училище (ПТУ)
- Музей бар[7]
Халҡы
үҙгәртергә- Н/Д[8]
Халыҡтың милли составы: урыҫтар, сиғандар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области (урыҫ)
- ↑ посёлок Чумляк Щучанского района на карте со спутника
- ↑ Зауральская генеалогия. Отрывок из книги Петра Симона Палласа «Путешествие по разным местам Российского государства»
- ↑ Боронғо Сүлмәк ауылы, 2020 йылдың майы Раиса Кувшинова 2021 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российского Государства: В 3 ч.: в 5 кн.; атлас — СПб.: Императорская Академия Наук, 1773—1788 на сайте Руниверс]
- ↑ Фотография Репортаж из Чумляка из раздела остальное №2910844 - фото.сайт - Photosight.ru . Дата обращения: 24 сентябрь 2020.
- ↑ Сүмләк (ауыл) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник