Сүкем батыр
«Сүкем батыр» — башҡорт эпосы (ҡобайыр).
Сүкем батыр | |
Жанр | |
---|---|
Автор |
халыҡ ижады |
Төп нөхсә теле |
башҡорт |
Тасуирлама
үҙгәртергәЭпоста XVI быуатта башҡорттарҙың Себер ханы Күсемгә ҡаршы барған милли-азатлыҡ көрәше тураһында бәйән ителә. Башҡорттар менән Сүкем батыр етәкселек иткән[1][2]:
...Күсем хан яуы килгәндә,
Ҡамсат бүркен ҡыңғартып,
Уҡ-һаҙаҡтарын тағып,
Сүкем сыҡҡан яу һалып,
Арғымаҡҡа атланып.
Дөлдөл кеүек осҡан ул
Буҙъюрға ман сапҡанда,
Таш-ҡаяны ватҡан ул
Һаҙағынан атҡанда...
Ул сығышы менән һалйот ырыуы башҡорттарынан, Терһәк[3] ауылында тыуып үҫкән. Сүкем батыр Мейәс йылғаһы буйындағы алышта һәләк булған[4].
«Сүкем батыр» ҡобайыры тәүге тапҡыр 1936 йылда Асҡар Йәнмырҙиндан яҙып алынған. Эпостың тағы бер варианты 1962 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районында Сәфәрғәле Солтанбәковтан (1905 йылғы) фольклорсы С. Ә. Галин яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады» китап серияһында баҫылып сыға[5][6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡунафин Ғ. С., Иҙелбаев М. Х. Башҡорт әҙәбиәте. 9-сы класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө, Китап, 2017. — 296 б. ISBN 978-5-295-06768-6.
- ↑ Султангареева Р. А. Фольклорно-этнографическое исследование башкирских семейных обрядов. — Уфа, 2005. — 344 с. ISBN 5-7501-0615-2.
- ↑ 1936 йылда Асҡар Йәнмырҙин һөйләүенсә, Терһәк ауылы Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районы «Яңы юл» колхозынан 4 километр алыҫлыҡта урынлашҡан булған.
- ↑ Духовная культура башкирского народа: в 3 т. Т. 1: Фольклор и искусство / под общ. ред. А. В. Псянчина. – Уфа: Башк. энцикл., 2018. – 352 с. — С.173,323. ISBN 978-5-88185-423-2.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. 5-се том. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). — Өфө, Китап, 2000. — 392 бит. — 211-се бит. ISBN 5-295-02264-1.
- ↑ Башкирское народное творчество. Т. 10. Исторический эпос. — Уфа, Китап, 1999. — 392 с. — С. 229-230.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы: фольклор, проза, поэзия. — Өфө: Китап, 2011. — 168 бит. ISBN 978-5-295-05166-1.