Сыңғыҙиҙар
Сыңғыҙиҙар, Сыңғыҙ заты, Сыңғыҙидтар — Сыңғыҙхандың тура ептән килгән тоҡомдары. Сыңғыҙхандың һәм уның тәүге ҡатыны Бүртәнең дүрт улы булған: Жүси (Джучи), Сығатай (Чагатай), Үгеҙәй, Толуй. Тик улар һәм уларҙың тоҡомдары ғына дәүләттә юғары хакимиәткә вариҫ була алған, тик улар һәм уларҙың тоҡомдары сыңғыҙи тигән титулды йөрөтә алған.
Сыңғыҙиҙар һаны
үҙгәртергәГенетик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөгөн бер нисә миллион ир-ат С2а3-F4002 субклады йөрөтә[1] (гаплогруппа C (Y-ДНК) — Y-хромосомалы гаплогруппа C-M130)[2][3][4], улар Боржигин ырыуының атай яҡлап Сыңғыҙхан затынан, яҡын туған булыуы ихтимал.[5]. Мәҫәлән, уның оло улы Джучиның 40 улы ҡалған. Ҡытайға идара иткән ейәне Хубилайҙың 22 законлы улы булған.
Джучи улы
үҙгәртергәСыңғыҙхандың оло улы Джучи үҙ балаһы булмаған тигән фараздар бар. "Монголын нууц товчоо (Монголдарҙың эс сере хикәйәте)"ндә бәйән ителеүенсә, Джучи ысынында Чилгер улы булған. Чилгер Сыңғыҙхандың һөйөклө ҡатыны Бүртәне урлап, үҙендә ярты йыл әсирҙә тотҡан, Темужин (Сыңғыҙхандың тәүге исеме) уны кире тартып алып ҡайтҡан. Риүәйәттәрҙә әйтелеүенсә, Сыңғыҙхан улдары Джучиның атай бер ағалары булыуына шикләнгәндәр, мәгәр Сыңғыҙхан үҙе Джучины һәр саҡ үҙ улы тип атаған. Шуға ҡарамаҫтан, ошондай шиктәр булыу арҡаһында, Сыңғыҙхан үҙенең вариҫы итеп өсөнсө улы Үгеҙәйҙе тәғәйенләргә мәжбүр була[6]. Бер генә Джучи тоҡомо ла Монгол империяһының ҡағаны була алмаған.
Сыңғыҙхан тоҡомдарын билдәләгәндә джучиҙар кәләш итеп йыш ҡына Персияның илхан династияһы ҡыҙҙарын алыуын иҫтә тоторға кәрәк, был династияға Хулагу-Хан нигеҙ һалған. Тимәк, күп кенә джучиҙарҙың әсәй яғынан Сыңғыҙ ҡаны бар.
Сыңғыҙиҙар тоҡомдары
үҙгәртергәСыңғыҙхандан бер нисә азиат династия таралып киткән — Юань династияһы — Ҡытайҙа, джучиҙар — Алтын Урҙала (Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығышы, Украинаның көньяғы (Төньяҡ Кавказ), Хулагуйҙар — Персияла, Гәрәйҙәр — Ҡырымда, Туғлыҡтимериҙәр — Могулистанда, Шәйбаниҙар һәм Әштәрханиҙар — Бохарала, Түрәләр — Ҡаҙағстанда.
Бөгөнгө заманда Сыңғыҙхана затының бер нисә ҙур тармағы, йәнә ваҡ бер нисәһе бар.
- Монгол сыңғыҙиҙары
- Ҡаҙаҡ сыңғыҙиҙары (Түрә)
- Үзбәк сыңғыҙиҙары (Шәйбаниҙар)
- Татар сыңғыҙиҙары
- Нуғай сыңғыҙиҙары
- Гәрәй (Ҡырым хандары тоҡомдары)
- Рәсәй сыңғыҙиҙары
һәм башҡа бер нисә тармаҡ
Ҡаҙаҡ сыңғыҙиҙары
үҙгәртергәТарихи рәүештә Үҙәк Азия регионында тик сыңғыҙиҙар ғына хан була алған. Атап әйткәндә, Ҡаҙағстанда Джучи һәм уның тоҡомо Урус хан заттары хакимлыҡ иткән. Был ырыу түрә тип атала һәм һаманғаса йәшәп килә. Бойондороҡһоҙлоҡто юғалтып, Ҡаҙаҡ ханлығы Рәсәй империяһына буйһондоролғас, сыңғыҙиҙар ғәскәр баштары, солтан булғандар. Билдәле сыңғыҙиҙар — ҡаҙаҡ ғалимы, мәғрифәтсе һәм сәйәхәтсе Чокан Валиханов (1835—1865). Хәҙерге Ҡаҙағстанда сыңғыҙиҙар әле лә бар (мәҫәлән — шағир Канапьянов Бахытжан Мусаханович һәм скульптор Вәлиханов Шот-Аман.
Хәҙерге Байконур космодромы янында ошо ырыу кешеһе — Түрә-Баба ҡәбере бар, уның иҫтәлегенә яҡындағы ҡасабаға Түрәтам тип атама бирелгән.
Тәүге сыңғыҙиҙар шәжәрәһе
үҙгәртергәОэлун | Есугей | Сочихэл | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Бортэ | Темужин (Сыңғыҙхан) | Хасар | Хачиун | Тэмуге | Белгүтәй | Бектер | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Жүси | Сығатай | Дорегене | Үгеҙәй | Сорхахтани | Толуй | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Батый | Боракчин-хатун | Берке | Сығатайҙар | Гөйөк | Огул-Гаймыш | Хашин | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Сартак | Хайду (Үгеҙәйле) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Улағсы | Феодора | Глеб Василькович | Мункэ | Хубилай | Хулагу | Докуз-хатун | Ариг-Буга | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Юань династияһы | Хулагуиды | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Крадин Н. Н., Скрынникова Т. Д. Империя Чингис-хана 2011 йыл 9 сентябрь архивланған.. М.: Восточная литература, 2006. ISBN 5-02-018521-3
- Рашид ад-Дин Сборник летописей (в 3 т.) — Москва, Ладомир, 2000 (Репринтное воспроизведение издания 1946—1960)
- Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды — Саранск, 1960 (Переиздание М.: ИНМАН, 1996)
- Б. Сумъяабаатар (монг.), «Чингисийн алтан ургийн үгийн бичиг ба гэрийн үеийн бичмэл, Vol. 1»/«Генеалоги я Монголов после Чингис хана», 720 стр., Улаанбаатар/Монголия, 2002, ISBN 99929-5-552-X
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Число отцов-основателей современных жителей Азии пополнилось
- ↑ Derenko et al., Distribution of the Male Lineages of Genghis Khan’s Descendants in Northern Eurasian Populations , Russian Journal of Genetics, 2006.
- ↑ Famous people's Y-DNA listed by haplogroup . Eupedia. Дата обращения: 30 сентябрь 2015.
- ↑ Елена Клещенко Всемирная история в четырёх буквах // «Химия и жизнь» № 4, 2015
- ↑ Кто мы и откуда, человечество узнает через пять лет, а некоторые его представители — через полтора месяца . Элементы (18 апрель 2005). Дата обращения: 4 май 2010. Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ Ratchnevsky P. Genghis Khan: his life and legacy / Trans. Haining T. N.. — 1993. — С. 126—127. — ISBN 0631189491.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Семейное древо Чингиз-Хана (инг.)
- чингизиды Казахстана генеалогическая система 2017 йыл 12 май архивланған.