Сыуаш милли кейеме
Сыуаш милли кейеме сыуаш халҡының тарихи үҫешен, йәшәүенең социаль һәм тәбиғи шарттарын, эстетик өҫтөнлөктәрен, шулай уҡ этнотөркөм һәм этнотерриториаль үҙенсәлектәрен асыҡ сағылдыра . Ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр кейеменең нигеҙен кĕпе тип аталған аҡ күлдәк тәшкил итә. Ул уртаға бөкләнгән (тарма) киндер туҡыманыңбуй һыҙаты ыңғайына тегелгән. Ян-яҡтарына күлдәк силуэтын аҫҡа табан киңәйтеүсе ялғауҙар һәм ҡыйыҡтар ҡушып тегелгән. 55 — 60 см оҙонлоҡтағы тура һәм тар еңдәр тура мөйөш яһап тегелгән һәм дүрткел кештәк менән тулыландырылған.
Сыуаш милли кейеме | |
Сыуаш милли кейеме Викимилектә |
Ә ҡатын-ҡыҙ күлдәктәренең оҙонлоғо 115-120 см булған һәм күкрәк уртаһында уйымы булған. Улар күкрәгенең ике яғы, еңдәре буйын, буй йөйҙәрен һәм итәген сигелгән биҙәктәр менән биҙәгән. Биҙәктәрҙең контуры ҡара ептәрҙән эшләнгән, уларҙың сәскәһендә ҡыҙыл төҫ өҫтөнлөк иткән, өҫтәмә рәүештә йәшел, һары һәм ҡараһыу күк төҫтәр булған. Төп биҙәктәр - кĕскĕ йәки сунтăх (пуштĕр, кӳнчĕк, кĕсле) ромб рәүешендәге фигуралар, туҡылған йәки ситса таҫмаларҙан яһалған күкрәккә тағыла торан розеткалар.
Өҫ һәм аяҡ кейемдәре
үҙгәртергәМиҙгелле өҫ кейеме итеп пустав халаты, сăхман кафтаны, ҡышын билле ҡыҫҡа тун кĕрĕк кейгәндәр, алыҫҡа йөрөү өсөн һарыҡ тиреһенән тегелгән оҙон толоп йәки тура арҡалы буҫтау сапан кейгәндәр. Ирҙәрҙең баш кейеме күп түгел: ҡырлы буҫтау эшләпәләр, тиренән тегелгән башлыҡтар — çĕлĕк булған.
Көндәлек аяҡ кейеме йүкә һалабашынан үрелгән сабатанан (çăпата) торған, уны үрге сыуаштар ҡара буҫтау ыштырын (силғау) урап, ә түбәнге сыуаштар аҡ йөн йәки буҫтау ойоҡ (тăла чăлха) менән кейгән. Күн итек йәки башмаҡ, үрге сыуаштарҙа — гармун һымаҡ бөкләнгән бейек итек — байрам аяҡ кейеме булған. XIX быуат аҙағында ҡатын-ҡыҙҙарҙың бау менән бәйләнеүсе бейек күн ботинкалары күренә башлай. Аҡ, һоро һәм ҡара быйма ҡышҡы аяҡ кейеме булып хеҙмәт иткән.
Волга буйы халыҡтарының күбеһендәге кеүек, балалар кейеме өлкәндәрҙеке кеүек булған. Бай биҙәлешле йә биҙәүесле лә булмаған.
Сыуаш кейеме хәҙерге заман мәҙәниәтендә
үҙгәртергәСыуаш милли кейемен өйрәнеүселәр
үҙгәртергә- Нечвалода Елена Евгеньевна (4 август 1968 йыл) — этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1998)[1] 1997 йылдан алып Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Фәнни Үҙәгенең Этнография бүлегендә эшләй. 1998 йылда этнология, антропология темалары буйынса тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: традицион орнамент, биҙәү сәнғәте. Сыуаш милли кейемен ентекле өйрәнә[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҠыя яҙылыш== Әҙәбиәт ==
- Акимова Т. М. Эволюция женского костюма у саратовских чуваш // Труды Нижне-Волжского обл. науч. об-ва краеведения. Вып. 35. Ч. 5. — Саратов, 1928. — С. 25-39. Илл.
- Акимова Т. М. Женские головные уборы саратовских чуваш // Труды Нижне-Волжского краевого музея. Вып. 1. — Саратов, 1929. — С. 45-56.
- Гаген-Торн Н. И. Женская одежда народов Поволжья (материалы к этногенезу). — Чебоксары: Чувашское книжное издательство, 1960.
- Денисов П. В. Национальная одежда низовых чуваш южных районов Чувашской АССР // УЗ ЧНИИ. Вып. XI. — Чебоксары: Чувашгосиздат, 1955. С. 210—251.
- Женская одежда чувашей Саратовского края. Каталог (по материалам Саратовского областного музея краеведения). / Сост. В. В. Гольтяева — Саратов, 1986.
- Иванов Г. Н. К вопросу об уровне изученности чувашского народного костюма // Вопросы истории и теории искусств: Сб. научн. тр. / ЧНИИЯЛИЭ. — Чебоксары, 1992. С. 159—182.
- Иванов Г. Н. Материалы к изучению традиционного костюма саратовских чувашей // Чувашское искусство: Сб. научн. тр. / ЧГИГН. Вып. II. — Чебоксары, 1996. С. 90-112.
- Орков Г. Н. О народном костюме чувашей Башкортостана // Чувашское искусство: Сб. научн. тр. / ЧГИГН. Вып. III. — Чебоксары, 1997. С. 148—168.
- Орков Г. Н. О традиционном костюме чувашей Самарской Луки // Чувашское искусство: Сб. научн. тр. / ЧГИГН. Вып. III. — Чебоксары, 1997. С. 169—200.
- Орков Г. Н. Изобразительные материалы по чувашскому народному костюму (Графика и живопись XVIII-начала XX вв.) // Материалы по этнографии и антропологии чувашей. Сб. статей. Чебоксары, 1997. С. 88 — 117.
- Николаев В. В., Иванов-Орков Г. Н., Иванов В. П. Чувашский костюм: от древности до современности / Научно-художественное издание. — Москва — Чебоксары — Оренбург, 2002.
- Чуваши. Этнографическое исследование. Ч. 1. Материальная культура. — Чебоксары: Чувашгосиздат, 1956. — С. 132—145, 252—348.