Сынтимер (Яйыҡ ҡолағы)
Сынтимер (рус. Сентимерка) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Яйыҡ йылғаһының Ҡыуандыҡ районы өлөшөндәге ҡолағы[1]
Сынтимер | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәСынтимер ҡолағы Яйыҡ йылғаһының һул ярында, Ильинка ҡасабаһынан үрҙәрәк, Ҡаратал ҡасабаһына яҡын урынлашҡан.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәСынтимер ҡолағы өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә. Ырымбур өлкәһенең Яшкин ауылында тыуып үҫкән рәсәй географы, ландшафт экологияһы һәм ҡурсаулыҡтар белгесе, географик фәндәр докторы, профессор А. А. Чибилев 1993 йылда «здесь одно из важнейших нерестилищ леща в районе» тип яҙған[2].
Ҡолаҡтың оҙонлоғо 400 м, тамағы янында киңлеге 60 м, тәрәнлеге 1-3 м[3].
Климаты
үҙгәртергәТелгә алынған Ильинка һәм Ҡаратал ҡасабалары климаты йылға ҡолағы урынлашҡан урын өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимум + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников «Географические названия Оренбургской области» тигән китабында ҡолаҡ атамаһы, ихтимал, Сынтимер тигән башҡорт исеменән килеп сыҡҡандыр тип һанай. Шулай уҡ был атама урыҫ телендә Сентимирский, Симтимиркин, Синтимиркин, Сентимиркин, Сантемировский тип аталып йөрөгәнен яҙа.[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡолаҡ — ҙур һыуҙың ярға бүленеп ярға инеп торған урыны (рус. залив) — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит. — 670-се бит
- ↑ Чибилёв А. А. Редкие виды рыб Оренбургской области и их охрана. 1993.
- ↑ С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Кувандык, 2002.
- ↑ Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- ↑ СЕНТИМИРКА, затон на левом берегу Урала выше Ильинки, близ пос. Каратал. Наименование бытует также в формах Сентимирский, Симтимиркин, Синтимиркин, Сентимиркин, Сантемировский. Затон считается гидрологическим памятником природы областного значения. Длина — 400 м, ширина в приустьевой части 60 м, глубина 1— 3 м. Возможно, от башкирского личного мужского имени Сынтимер (у татар соответствующее имя звучит как Чынтимер) — С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Кувандык, 2002.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Кувандык, 2002.
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит.