Ҡаратал (Ырымбур өлкәһе)

Ҡаратал (рус. Каратал) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы ҡасаба.

Ҡаратал
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 29 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462233
Карта
 Ҡаратал Викимилектә

Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников «Кувандыкский край в географ ических названиях» тигән китабында биргән мәғлүмәт буйынса, ҡасаба 1929 йылда уҡ Яйыҡ йылғаһының һул ярында, Урал ҡасабаһынан 4 км өҫтәрәк барлыҡҡа килгән булған. Әммә ултырған урынын һыу баҫыусан булыу сәбәпле, 300 метрға өҫкәрәк күтәрелеп, ҡалҡыулыҡҡа күсеп ултырғандар[3]

1944 йылда «Ҡыуандыҡ» совхозында һәм Ҡыуандыҡ районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә итселек-һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүсе совхоз ойоштороу маҡсатында Дәүләт фонды ерҙәренең бер өлөшө бүлеп бирелә. Совхоз составына ойошҡан малсылыҡ фермалары инә, уларҙың ҡышлаған урындарында малсылар өсөн ҙур булмаған тораҡ пункттар барлыҡҡа килә. Был фермаларҙың исемдәре булмай, рәт һандары буйынса 2-се Ферма, 3-сө Ферма, 4-се Ферма, 5-се Ферма тип аталып йөрөтөлә[4].

1949 йылда уҡ малсыларҙың һәр ҡасабаһында башланғыс мәктәп булған. 1-се Ферма ҡасабаһына совхоздың үҙәк усадьбаһы булып тора. Хәҙер ҡасаба «Ҡыуандыҡ» совхозының Үҙәк усадьбаһы тип атала[4].

1966 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Ҡыуандыҡ» совхозының 4-се фермаһы Ҡаратал ҡасабаһы тип үҙгәртелә[5]

Ҡаратал ҡасабаһы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[6].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тарихи Башҡортостан ерҙәренә ҡаҙаҡтар күпләп күсенеп ултырып, күп атамаларҙы ҡаҙаҡсаға үҙгәрткән, йә булмаһа ул төбәк башҡорттары менән һөйләш оҡшашлыҡтары ла килеп сыҡҡан. С. М. Стрельников ауыл исемен ҡаҙаҡ телендәге ҡаратал ағасы атамаһы менән бәйләй[3]

Халыҡ иҫәбе
2010[7]
29

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — КЗлатоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7.
  4. 4,0 4,1 Топонимы Кувандыкского района. Ч. 2
  5. Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. «О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области» // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
  6. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.