Суханов Николай Иванович

Суханов Николай Иванович (1918 йыл — 31 май 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, өлкән сержант, Советтар Союзы Геройы.

Суханов Николай Иванович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 31 май 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Вафат булған урыны Румыния
Ерләнгән урыны Румыния
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Суханов Николай Иванович[1] 1918 йылда  Стәрлетамаҡта тыуған. Урыҫ. Тулы булмаған урта белемле. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Николай Иванович армияға саҡырылғанға тиклем тимер юл станцияһында, мебель фабрикаһында эшләй.

1941 йылда  Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың октябренән.

Танкыға ҡаршы ҡорал ротаһының отделение командиры (243-сө танкыға ҡаршы айырым истребитель дивизионы, 373-сө уҡсылар дивизияһы, 52-се армия, 2-се Украина фронты) өлкән сержант Н. И. Суханов  Яссо-Кишинев операцияһы  ваҡытында батырлыҡ күрһәтә. 

Өлкән сержант Суханов Николай 1944 йылдың 31 майында румын  ҡалаһы Яссынан төньяҡтараҡ һуғышта, дошмандың һөжүмен кире ҡағып, дошман танкыһын, бер нисә ут нөктәһен юҡ итә. Алыштың киҫкен мәлендә батыр совет яугире үҙен һәм уратып алған гитлерсыларҙы граната менән шартлата[2].

Һуғыш яланында ятып ҡала[3].

Батырлығы

үҙгәртергә

«197,0 бейеклегендә  ҡаты һуғыш сәғәттән күберәк дауам итә.... Немец-румын өйөрө бронебойщиктар отделениеһының ут позицияһына ынтыла.  Отделение командиры өлкән сержант Суханов  яралана, бер расчет сафтан сыға, дошман һөжүмен кире ҡағыу өсөн ихтыяр көсө кәрәк була.

Отделениеға ҡаршы дошмандың 20 танкыһы килә. Отделение танкылар яҡынлашыуын көтә. 200 метрлыҡ дистанциянан ПТР-ҙан залп менән ут асалар. Әммә артиллерия уты һәм авиация ышығы аҫтында, дошман танктары йәшен тиҙлеге менән яҡынлаша. Расчет соҡорҙа  йәшеренә, ә уларҙың өҫтөндә немец танкылары. Ошо ваҡытта ауыртыуҙан хәлһеҙләнгән яралы Суханов расчеттың береһе менән танк аҫтынан сыға һәм бер нисә атыуҙа танкты яндыра. Икенсе дошман танкы 2-се расчеттың ут позицияһына килеп етә һәм уларҙы тапай башлай. Суханов иптәштәренә ярҙамға ташлана, танкты шартлатыу мөмкин булмай, патрондар бөтә, шул саҡта отделение командиры ҡулына көрәк алып окопҡа шыуыша һәм расчет сығыу өсөн танктың боролошонан күмелгән урынды таҙарта. Кешеләр иҫән ҡала. Расчет тиҙ генә  йүгереп үтеп запастағы ут позицияһын биләй, әммә  хәл киҫкен булып ҡала. Дошман пехотаһы батырҙарҙан 100 метр алыҫлыҡта була.

Сухановтың командаһы буйынса расчет дошманға ут аса, 10 гитлерсы йығыла, ҡалғандары йәшенә. Суханов расчетҡа дошман ҡулсаһынан сығырға  ҡуша, ә үҙе  иптәштәренең китеүен ҡапларға ҡала. Дошман пехотаһы Сухановҡа һөжүм итә, уның автоматтан атыуы улар өсөн үлемесле була, әммә патрондар бөтөү сәбәпле автомат тына. Сухановтың ҡулында ике граната, 15-ләгән гитлерсы батырға ташлана, Сухановтың соҡоронан граната шартлауы ишетелә, ул үҙе  менән бергә гитлер ҡәбәхәттәрен шартлата. Шулай итеп һәләк була партия ағзаһы — өлкән сержант Суханов Николай Иванович...»[4].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант Суханов Николай Ивановичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[5].

Стәрлетамаҡ ҡалаһында  Н.И. Сухановҡа мемориаль таҡта һәм бюст ҡуйылған

Советтар Союзы Геройы Суханов Николай Ивановичтың исеме менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының  «Көньяҡ»  биҫтәһендә урам аталған.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Ленин ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (23.02.1944)[6], башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Республиканский Музей Боевой Славы - Суханов Николай Иванович 2016 йыл 8 февраль архивланған.. Проверено 8 марта 2013. 7 апреля 2013 года.
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 46, л. 270, 271).
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 28, л. 10).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 939, л. 1, 12, 13).

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 6. Советы нар. хозяйства. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010. — 544 с. — ISBN 978-5-88185-071-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Суханов Николай Иванович. «Герои страны» сайты.