Супетар (хорв. Supetar, итал. San Pietro della Brazza) — Хорватиялағы ҡала, Сплит — Далмация жупанияһынан. Брач утрауының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. 1827 йылдан утрауҙың административ үҙәге булып тора[4]. Муниципалитетҡа Супетарҙың үҙәге менән өс тораҡ пункт: Сплит, Шкрип һәм Мирца инә.

Супетар
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Хорватия
Административ үҙәге Брач
Административ-территориаль берәмек Сплитско-Далматинская жупания[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Brač Channel[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Брач
Хөкүмәт башлығы Ivana Marković[d]
Халыҡ һаны 4325 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Сиктәш Sutivan[d], Nerežišća[d] һәм Постира[d]
Майҙан 29,8 км²[2],
9,6 км²[2]
Почта индексы 21400[3]
Рәсми сайт gradsupetar.hr
Изге ҡурсалаусы День Петра и Павла[d]
Урындағы телефон коды 021
Карта
 Супетар Викимилектә

Муниципалитет халҡы 3062 кеше тәшкил итә, был утрауҙа иң ҙур һәм тиҙ үҫешкән ҡала. Материк менән ҡаланы паром бәйләнеше тоташтыра. Паром менән юл Сплиттан Супетарға тиклем 45 минут тәшкил итә. Рәсми теле хорват теле. Утрау туристар араһында популяр булғанлыҡтан, халыҡтың күп өлөшө инглиз, итальян, немец телдәрендә һөйләшә.

 
Супетар гаване

Супетар урынындағы тәүге ултыраҡ бәләкәй ярымутрауҙаурынлашҡан. Был ултыраҡ беҙҙең эраның башында бөлгөнлөккә төшә. Хәҙерге ваҡытта был урында зыярат урынлашҡан. Һуңғы Урта быуатта Изге Петр ҡултығында яңы ултыраҡ барлыҡҡа килә, ул ҡултыҡ исеме менән атала.

XVI быуатта Нережишчала (утрау төпкөлөнә 8 км) йәшәгән кешеләр гавань ҡуллана башлағас, хәҙерге ултыраҡ нигеҙләнә. Ҡаланың төп үҫеше XVIII—XIX быуаттарға тура килә, был ваҡытта Супетар Нережишчаның юрисдикцияһы аҫтынан сыға Һәм Брач утрауыныңың административ үҙәге була[5].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Ҡалала Изге Петр сиркәүенең мәхәлләһе менән бәләкәй сиркәү бар, ул 1773 йылда барокко стилендә тергеҙелә. Ошо уҡ ваҡытта уға ҡабырға ғибәҙәтхана өлөшө һәм сиркәү манараһы өҫтәп төҙөлә. Сиркәүҙә XVIII быуаттағы урындағы рәссам Феликс Тирониның картиналары һәм XVII быуаттың билдәһеҙ венеция оҫтаһының алтарь картинаһы урынлашҡан.

Сиркәүҙең иҫке өлөшөндә хорват яҙыуҙары менән бер нисә ҡәбер ташы бар.

Сиркәүҙән һул яҡта ҡояш сәғәттәре урынлашҡан, улар аҫтында соҡоп яҙылған «1774» дата менән саркофаг тора. Йәкшәмбе мәктәбе класында XVI—XVII быуаттарҙағы венеция рәссамдарының картиналары бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә