Суджилка
Суджилка (укр. Суджілка, ҡырымтат. Suv Cılğa, Сув Джылгъа) — аҙ һыулы йылға, төньяҡ-көнсығыш Ҡырымдың, Совет һәм Нижнегорский райондарында урынлашҡан. Йылға оҙонлоғо 31 км, бассейнының майҙаны 102 км²[1]. Нижнегорский районының Тамбовка ауылынан 1,3 км көнсығыштараҡ йылға башланып китә. Барлыҡ ағымында Суджилка йылғаһынан һыу каналдар буйынса ағыҙыла (ГК-9, йәғни төп коллектор), йылғала бик күп быуалар ойошторолған[2][2] — был Төньяҡ Ҡырым каналы менән бәйле. Йылға һыу ағыҙыу коллекторы сифатында ҡулланыла, ошоноң арҡаһында йылға һыуы күп тапҡыр арта. Йылға тамағы — Октябрьский ауылынан 5 км көнсығышта тора. Йылға тамағы аныҡ һиҙелмәй, сөнки ул Сиваш һаҙлыҡлы -тоҙло лиманға ҡоя(уға шулай уҡ Көнсығыш Булганак йылғаһы ла ҡоя).
Суджилка | |
Ҡайҙа ҡоя | Сиваш |
---|---|
Бассейн майҙаны | 102 км² |
Дәүләт |
Украина Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡырым Республикаһы һәм Ҡырым Автономиялы Республикаһы |
Оҙонлоҡ | 8,1 km |
Тип Суджилка — боронғо Биюк-Карасу йылғаһының элекке үҙәне тип иҫәпләнә. 1941 йылда Ҡыҙыл Армияһы Генштабының күп километрлы картаһында Суджилко Сухое русло тип аталған[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ A.A. Лисовский, В.А. Новик, З.В. Тимченко, З.Р. Мустафаева. Поверхностные водные объекты Крыма (справочник) / A.A. Лисовский. — Симферополь: Рескомводхоз АРК, 2004. — С. 14. — 114 с. — 500 экз. — ISBN 966-7711-26-9.
- ↑ 2,0 2,1 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ 1941 йылда ҡыҙыл армияһы генштабы Ҡырым картаһы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Суджилка — неведомый речка
- РЕКИ СЕВЕРОВОСТОЧНЫХ СКЛОНОВ КРЫМСКИХ ГОР . Архивировано 16 октябрь 2010 года. 2010 йыл 16 октябрь архивланған.