Бөйөк Ҡараһыу
Бөйөк Ҡараһыу (укр. Біюк-Карасу, ҡырымтат. Büyük Qarasuv, Буюк Къарасув) — Ҡырымдағы йылға. Салғыр йылғаһының уң яҡтан иң ҙур ҡушылдығы. Йылғаның башы Ҡарабөйө йәйләү тау массивы итәгенең, Ҡараһыу башы карст сығанағында урынлашҡан. Салғыр йылғаһына Сейиттәр ҡасабаһы тирәһендә ҡоя.
Бөйөк Ҡараһыу | |
---|---|
укр. Біюк-Карасу, ҡырымтат. Büyük Qarasuv | |
Ҡараһыубаҙар ҡалаһы эргәһендә | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 86 км |
Бассейн | 1160 км² |
Һыу сығымы | 0,61 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Ҡарабөйө йәйләү |
· Бейеклеге | 945 м |
· Координаталар | 44°58′40″ с. ш. 34°36′26″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Салғыр |
· Координаталар | 45°28′13″ с. ш. 34°47′14″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Салғыр → Азов диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы/ Украина[1] |
Регион | Ҡырым |
РДҺР | 21020000212106300002560 |
— инеше, — тамағы | |
Бөйөк Ҡараһыу Викимилектә |
Йылғаның оҙонлоғо — 86 км. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 1160 км². Йылғаның уртаса һыу сығымы 0,61 м³/с тирәһе. Йылғаның үҙәнендә Аҡ ҡая тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәИң ҙур ҡушылыдыҡтары — Танаһыу, Һарыһыу, Кесе Ҡараһыу.
Һыуһаҡлағыстар
үҙгәртергәЙылғала ике һыуһаҡлағыс урынлашҡан — Ҡараһыубаҙар (күләме 23,3 млн м³) һәм Тайған (күләме 13,8 млн м³)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Был географик объект , күп өлөшө низағлы территорияны контролләүсе Рәсәй менән Украина араһында территориаль фекер ҡапма-ҡаршылығы объекты булған, Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Рәсәйҙең федератив төҙөлөшө буйынса, Ҡырымдың бәхәсле территорияһында РФ субъекты булған Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәте булған Севастополь ҡалаһы урынлашҡан. Украинаның административ бүленеше буйынса, бәхәсле территорияла Украинаның регионы - Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм махсус статусы булған Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.