Суағ (ғәр. سواع‎, рус. Сува) — боронғо ғәрәп мифологияһындағы бер илаһтың исеме. Ҡөрьәндә (71:23) бергә Уад, Йағус, Яғуҡ һәм Нәсер менән бер рәттән) Нух пәйғәмбәр (с. ғ. с.) халҡы табынған пот булараҡ телгә алына.

Суағ
ғәр. سواع
Мифология

Ғәрәп мифологияһы

Телгә алынған

Ҡөрьән, 71:23

Ҡөрьәндә Йағуҡ Нух пәйғәмбәр[1] халҡы табынған пот итеп телгә алына:

« Ҡәүемдең олуғтары мәкер ҡылдылар һәм әйттеләр: “Үҙ поттарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ! Уад, Суағ, Йәғуҫ, Йағуҡ һәм Нәсер исемле поттарға табыныуҙы ташламағыҙ”.
»

Суағ, моғайын, көтөүлектәрҙе ҡурсалаусы тип иҫәпләнгәндер. Ул Ғәрәбстандың төньяғында ла, көньяғында ла билдәле булған, әммә уның иң изге ғибәҙәтханаһы тип Рухаттағыһы (төньяҡ-көнбайыш Ғәрәбстан) һаналған. Уға Һижәздәге хүзәйел ҡәбиләһе табынған. Көньяҡ Ғәрәбстандағы ҡайһы бер ҡәбиләләр ҙә уны ҙурлаған. Суағ ислам иңгәнгә тиклем әүҙем ғибәҙәт ҡылыу объекты булған. VI быуатта Суағтың ғибәҙәтханаларының күбеһе мосолмандар тарафынан емертелгән[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
  • Пиотровский М. Б. Коранические сказания. — Наука, ГРВЛ, 1991.
  • Ибн аль-Калби. Книга об идолах.
  • Fahd. Le pantheon, с. 154—156.