Нәсер (ғәр. نسر‎ — «бөркөт», «гриф»; рус. Наср) — Сәба батшалығында һәм Кәтбәнә мәмләкәтендә хөрмәт ителгән боронғо ғәрәп мифологик илаһтарының береһе.

Нәсер
ғәр. نسر
Мифология

Ғәрәп мифологияһы

Заты

ир заты

Функция

Джуба оазисының илаһ-ҡанбабаһы, ҡурсалаусыһы һәм хакимы

Хайуан

Бөркөт

Нәсер — Сәбаның баш ҡалаһы Мәьрибтән көньяҡтараҡ урынлашҡан Джуба оазисының илаһ-ҡанбабаһы, ҡурсалаусыһы һәм хакимы. Нәсер һүрәттәре бөркөт рәүешендә эшләнгән һәм Көньяҡ Ғәрәп сәнғәтендә, декоратив һәм дини-символик функцияла осрай[1]

Ҡөрьәндә Нух пәйғәмбәр[2] халҡы табынған илаһ итеп иҫкә алына:

Ҡөрьәндә Йағуҡ Нух пәйғәмбәр[2] халҡы табынған пот итеп телгә алына:

« Ҡәүемдең олуғтары мәкер ҡылдылар һәм әйттеләр: “Үҙ поттарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ! Уад, Суағ, Йәғуҫ, Йағуҡ һәм Нәсер исемле поттарға табыныуҙы ташламағыҙ”.
»

Уға һимйәрҙәр, атап әйткәндә, Зү Рүәйн менән Зү-л-ҡәлә ырыуҙары табынған. Риүәйәттәргә ярашлы, Нәсер культын йәһүдилек (йәһүд дине) алмаштырған. Был илаһ һирәк кенә Төньяҡ Ғәрәбстан тураһындағы яҙмаларҙа һәм ҡайһы бер сит ил сығанаҡтарында телгә алына[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.
  • Пиотровский М. Б. Коранические сказания. — Наука, ГРВЛ, 1991.
  • Ибн аль-Калби. Аснам.
  • Fahd. Le pantheon, с. 132—134.