Стина Вирсен

швед рәссамы, график, иллюстратор, яҙыусы

Стина Вирсен Хеденгрен (швед. Stina Wirsén Hedengren; 5 июнь 1968 йыл) — швед рәссамы, график, иллюстратор, яҙыусы.

Стина Вирсен
швед. Stina Wirsén Hedengren
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 5 июнь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2] (55 йәш)
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция[1]
Әсәһе Карин Вирсен[d]
Хәләл ефете Помпе Хеденгрен[d]
Һөнәр төрө иллюстратор
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][3][4]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Стина Вирсен Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1992 йылда сәнғәт, һөнәрселек һәм дизайн колледжын тамамлай. Профессиональ иллюстратор булып эшләй.

«Dagens Nyheter» швед гәзитенең баш рәссамы.

2000 йылдан алып халыҡ-ара кимәлдә семинарҙар һәм лекциялар үткәрә.

Ижады үҙгәртергә

Хәҙер Стина Вирсен Швецияның иң билдәле рәссам-иллюстраторҙарының береһе булып тора.

Төп иғтибарын 2 йәштән 6 йәшкә тиклемге балаларға бүлә. Донъяның төрлө илдәрҙәндә балалар менән эшләй, мәҫәлән, Әбү-Дәби, Токио, Болонья, Умео, Швеция һәм башҡа илдәрҙә.

Бер нисә балалар китабы яҙа һәм иллюстрациялай, анимацион фильмдар авторы. Төрлө модалы брендтар, ресторандар һәм универмагтар, гәзиттәр һәм журналдар, реклама кампаниялары өсөн рекламалар төҙөү менән шөғөлләнә.

Швед иллюстрацияһында бөтөн бер йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Уның драматик һәм шул уҡ ваҡытта ирмәк һүрәттәре китаптың атмосфераһын һәм геройҙарының кәйефен аныҡ сағылдыра.

Вирсендың хеҙмәттәре араһында:

  • Швеция почтаһы өсөн, төрлө швед модельерҙарының әйберҙәре һүрәтләнгән, 8 почта маркаһынан торған сериялар сығара.
  • БМО өсөн кеше хоҡуҡтарына арналған график иллюстрациялар серияһы төҙөй. Серия БМО-ның Нью-Йорктағы штаб-фатирына, кеше хоҡуҡтарының 50-йыллығы юбилей айҡанлы ҡуйыла.
  • 2015 йылда Швецияның Милли көнөндә бөтә донъяла Google баш битендә баҫылған/ ҡулланылған Google Doodle иллюстрациялары.

Үҙенең эштәрен Стокгольмда Швецияның Милли музейында күргәҙмәлә, «Швед модаһы 2000—2015» Свен Гарристың костюм художество музейында (Стокгольм), Сәнғәт үҙәгендә (Гоа, Һиндостан), Швед бейеү музейында (Dansmuseet, Берлин-Стокгольм), Токиола швеция илселегендә, Konstnärshuset (Швеция) һ. б. күргәҙмәләргә ҡуя.

Һайланма әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Har klocka Jag fått en! (1991)
  • Sakboken (1995)
  • Djurboken (1995)
  • Stor Liten och (1995)
  • Tussas Kalas (1996) (авторҙаш)
  • Nuffror Siffror och (1997) (авторҙаш)
  • Hedvig! (авторҙаш)
  • Med steken Hedvig sommaren och (авторҙаш)
  • Hardemos prinsessa Hedvig och (авторҙаш)
  • Hallå därinne! (2010) (авторҙаш)
  • Stjärna namn vid En Ajax (авторҙаш)
  • Havet Systern från (авторҙаш)
  • Sockerbullen Full cirkus på (2012) (авторҙаш)
  • Jag (2012)
  • Балалар китаптар серияһы — Rut och Knut
  • Балалар китаптар серияһы — Вэм (2010 йылда уның мотивтары буйынса Sveriges Television буйынса даими эфирға сыҡҡан анимацион фильмдар серияһы булдырылған).
  • Балалар китаптар серияһы — Brokiga

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Гәзит дизайны йәмғиәте премияһы (1997)
  • Скандинавия иллюстраторҙар йәмғиәте премияһы (2001)
  • Балалар әҙәбиәте өсөн Expressen Heffaklump Award
  • Stockholms Stads Kulturpris
  • Nordiska Tecknares Pris
  • Elsa Beskow-plaketten 2000 for «Rut och Knut ställer ut»
  • Expressens Heffaklump 2007 for «Supershow med Rut och Knut» һәм башҡалар

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә