Степанова Александра Степановна

Степанова Александра Степановна (ҡыҙ фамилияһы - Маслова) (11 май 1928) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, СССР Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығының Воронеж өлкәһе "Ҡыҙылармеец" сөгөлдөр совхозында звено башлығы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Степанова Александра Степановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 май 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Воронеж өлкәһе
Вафат булған көнө 12 февраль 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (88 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Александра Степановна Степанова 1928 йылдың 11 майында Түбәнге Мамон, хәҙер Воронеж өлкәһе, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген һуғыш йылдарында башлай, "Ҡыҙылармеец" сөгөлдөр совхозында эшкә урынлаша. 1945 йылдан комсомол-йәштәр звеноһын етәкләй, ул совхозда иң яҡшыһы була.

1947 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса, звено 8,5 гектар майҙанда һәр гектарҙан 8,5 центнер арыш уңышы ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 18 майындағы Указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм үҫемселектә рекордлы күрһәткестәре өсөн Александра Степановна Масловаға (никахта - Степанова) Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Ауыл хужалығында эшләүен артабан дауам итә. 1950 йылда агробригадир булып эшләй, 1963 йылдан - быҙау ҡараусы, ә 1976 йылдан - Мичурин исемендәге баҡсасылар бүлексәһендә бригадир. Совхозда уның дөйөм хеҙмәт стажы 46 йыл тәшкил итә[1].

Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Эртильский район советы депутаты булып тора.

1991 йылда Липецк ҡалаһына йәшәргә күсә һәм хаҡлы ялға сыға.

Наградалары

үҙгәртергә

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Сергей Кузоватов. Маслова Александра Степановна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 11 апрель 2020.
  • Золотые звёзды земли Воронежской. Составитель Э.С.Лыкова. - Воронеж, 1989.

Һылтанмалар

үҙгәртергә