Стачка проспектыДондағы Ростовта урам. Тимер юл һәм Совет районының үҙәк магистрале, ҡаланың иң оҙон урамы[1]

Стачка проспекты
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Оҙонлоҡ 7,5 ± 0,1 km
 Стачка проспекты Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

1902 йылдағы Стачкалар майҙанынан башлана. Малиновский урамы менән киҫешкәс, Песков урамына сыға. Йорттарҙың нумерацияһы көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай китә.

Исеме күмәк эшселәрҙең 1902 йылдың ноябренәдәге забастовкаһы хөрмәтенә аталған[2]. 1967 йылдан хәҙерге исемен ала, быға тиклем Стачка исемендәге балка тип аталған.

Революцияға тиклем Камышевах балкаһы тип аталған. Тап бында 1902 стачкалар һәм 1905—1907 йылдарҙағы Революция митингтары үткән. Икенсе донъя һуғышы алдынан Ростовтың көнбайыш ситен күпләп төҙөү буйынса концепция эшләнә. 1938 йылда төҙөлөш башлана, ул Мәскәү һәм Станиславский урамынан башлана, ә дауамы яңы автомобиль юлдары булырға тейеш була. Һуғыш арҡаһында төҙөлөш тик 1948 йылдың ноябрендә тамамлана. Автомобиль юлдарын төҙөү 1950 йылдар уртаһында тамамлана, 1957 йылда уҡ проспект буйлап трамвай ебәрелә. 1963 йылда юл хәҙерге әһәмиәтен ала. 1967 йылда троллейбус линияһы һалына.

Төҙөлөшө

үҙгәртергә

Стачка проспектында башлыса «хрущевка» йорттары төҙөлә. Бейегерәк биналар (16 ҡатҡа тиклем) Зорге урамы һәм Малиновский урамдары араһындағы участкала ғына бар. Эргәләтелевизион башняһы урынлашҡан. Күптән түгел проспектта коммерция күсемһеҙ милек объекттарын күпләп төҙөү бара.

Транспорты

үҙгәртергә

Стачка проспекты — Дондағы Ростовта иң мөһим транспорт үҙәге, унан Көнбайыш тораҡ массивтан ҡаланың үҙәк өлөшөнә төп пассажирҙар ағымы үтә. Проспект буйлап күп һанлы коммерция һәм муниципаль автобус маршруттары үтә (15, 16, 26, 34, 34а, 67, 71), маршрут таксилары иҫәпкә алынмаған[3], шулай уҡ 8, 10, 12 -се троллейбус маршруттары йөрөй. 1998 йылға тиклем проспектта трамвай йөрөгән, әммә трамвай селтәре емерелеү һөҙөмтәһендә бөтә тейешле инфраструктура юҡ ителә[4].

Башҡа урамдар менән киҫелеше

үҙгәртергә

Көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай күп һанлы урамдар менән киҫешә: Порт урамы, Профсоюз урамы, Спартак урамы, Кулагин урамы, Хеҙмәтсәндәр урамы, Зорге урамы, Мильчаков урамы, Малиновский урамы.

Иғтибарға лайыҡ объекттар

үҙгәртергә
  • 1902 йылғы стачка һәйкәле
  • Дружжиниктар майҙанындағы сквер
  • "Локомотив" стадионы
  • Тюленин скверы
  • Г.Дортмунд исемендәге парк
  • Плевен ҡалаһы (болгар ҡалаһы Плевенға арналған) исемендәге парк

Фотогалерея

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә