Ростов телебашняһы

Ростов телебашняһы — Дондағы Ростовтың Тимер юлы районында, Баррикадная урамында урынлашҡан 3803 KM проектындағы типик телевизион һәм радио тапшырыуҙары башняһы. Бейеклеге 195 метр. Ул Батайск, Азов, Аҡсай кеүек ҙур ҡалаларҙы ла индереп, халҡы 2,2 миллион булған Ростов агломерацияһының (Новочеркассктан башҡа) ҙур өлөшөндә передатчиктары урынлашҡан һәм ул ошо территорияны хеҙмәтләндерә.

Ростов телебашняһы
Торған урыны Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Дондағы Ростову, Баррикадная урамы, 16
Төҙөлөш 1956 — 1958
Ҡулланыу Телекоммуникациялар, метеорология
бейеклек
Антенна / осло ҡыйыҡ 195 м
Түбә 180 м
Техник параметрлар
Милексеһе «Дон-ТР» Дәүләт телерадиокомпанияһы

Ростов өлкәһе территорияһында телетапшырыуҙар дәүере бейеклеге 195 метр булған Ростов телебашняһын төҙөүҙән башлана. Уның проектын Мәскәү ҡорос конструкциялар институты эшләй. Сафҡа индереү буйынса эш ике йыл дауамында алы барыла һәм 1958 йылдың 29 апрелендә тамамлана[1]. Һынау тапшырыуҙары икенсе көндө — 30 апрелдә үк башлана. 1969 йылдан төҫлө телетапшырыуҙар тормошҡа ашырыла. 1992 йылда башняла янғын сыға, һөҙөмтәлә бер нисә кабель һәм трансформатор яна. Фажиғә телетапшырыуҙарҙы эфирға сығарыуҙы 12 сәғәткә туҡтата[2].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Рәшәткә селтәренән металл конструкция дүрт бетон нигеҙҙә тора. Башня секциялары аралаштырып ҡыҙыл һәм аҡ төҫкә буятыла. Ҡараңғы ваҡытта ҡоролма лазер светоидтары ярҙамында яҡтыртыла. Башняның сағыу булып яҡтырыуы уның флуоресцент буяу менән ҡапланыуына бәйле. 2000 йылда уҡ журналистар телебашня ашығыс ремонт талап итә, тип яҙа[3]. Уның үҙәгенән тайпылышы норманан биш тапҡырға артып китә.

Альтернативалар. Пенташпиль

үҙгәртергә

1998 йылда Дондағы Ростовтың ҡала төҙөлөшө советы Ростов кешеһе Сергей Кивенконың «Пенташпиль» тип аталған яңы телебашня проектын хуплай[4]. «Пенташпиль» — 315 метрлыҡ, матур итеп бөгөлгән селтәрле башня таяуы. Төҙөлөш өсөн элекке «Нижнегниловский» аэродромында участка бүленә. Ә инде 1999 йылдың мартында ҡала инженер советы Кивенконың проектын яба. 2002 йылда Сергей Кивенконың «Пенташпиль» проекты икенсе һулыш ала — автор башня эргәһендә күп функциялы «Пенташпиль-комплексын» булдыра[5]. Проект менән етди инвесторҙар ҡыҙыҡһына башлай. Уның дөйөм хаҡы, башня эргәһендә урынлашҡан биналарҙы ла индереп, 60-тан 90 миллион долларға барып баҫа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Собств. корр. Ростовское областное телевидение отмечает 50-летний юбилей(недоступная ссылка) // news.rostov-today.ru. — 2008. — 27 сент.
  2. Вместо телевышки в Ростове построят «Пенташпиль». Аргументы и факты. Дата обращения: 3 февраль 2017.
  3. Абамова Т. Крепко ли стоит главная телебашня Ростова?(недоступная ссылка) // www.relga.ru. — 2000. — 23 сент.
  4. Сидоров А. Невезучий творец заколдованных башен 2007 йыл 19 декабрь архивланған. // Седьмая столица. — 2003. — 10 марта.
  5. Подобед Д. «ПЕНТАШПИЛЬ», часть вторая — автор закручивает сюжет(недоступная ссылка) // www.ars-com.ru. — 2005. — 5 марта.