Совет районы (Дондағы Ростов)

Совет районы Дондағы Ростов ҡалаһы райондарының береһе, 1973 йылда ойошторолған.

Совет районы
Герб
Герб
Дондағы Ростов
Тәүге телгә алыу:

1973

Майҙаны:

85,4 км²

Халыҡ һанын иҫәпләү:

2016

Халыҡ һаны:

180 596[1] кеше

Телефон кодтары:

863

Рәсми сайт

XX быуаттың илленсе йылдар аҙағында — алтмышынсы йылдар башында Ростовтың көнбайыш ситенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә тәүге ике ҡатлы өйҙәр барлыҡҡа килә. Шул осорҙа уҡ йәнәшәлә подшипник заводы төҙөлөшө бара, был завод СССР-ҙа унынсыһы була. Торлаҡ йорттар артынса микрорайонда беренсе магазин, уны «Новосел» тип атайҙар, беренсе мәктәп (№ 92, математика йүнәлешле), беренсе сауҙа үҙәге «Черемушки», «Бәпембә» беренсе балалар баҡсаһы барлыҡҡа килә.

Өс йылдан һуң Көнбайыш торлаҡ массивы юлдаш-ҡаланы хәтерләтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында ике сәнәғәт зонаһы барлыҡҡа килә: Көнбайыш һәм Төньяҡ-Көнбайыш. Рәсми булмаған телдә Көнбайыш торлаҡ массивты Советск ҡалаһы тип атап йөрөтәләр. 1973 йылдың декабрендә ул Дондағы Ростов ҡалаһының етенсе — Совет районы була.

2008 йылдан Совет районы, элекке территорияларҙың береһе — Левенцовканы Интеко төҙөү иҫәбенә бик йылдам үҫешә башлай. 370 мең квадрат метр торлаҡ майҙанда проектты ғәмәлгә ашырыу ваҡыты 2008—2014 йылдар. Бөгөнгө көндә 10 мең кеше.йәшәгән 25 күп ҡатлы йорт төҙөлгән

Халыҡ иҫәбе
1979[2]2002[3]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]
146 613166 194166 794170 279173 357175 725178 014
2015[9]2016[1]
179 287180 596

Шарикоподшипник заводынан тыш бында: һөт заводы, юл техникаһын ремонтлау буйынса завод, Октябрь революцияһы исемендәге химия заводы, 3-сө хладокомбинат бар.

«Западный» тимер юл разъезы ҡеүәтле йөк тауар станцияһына әүерелде. Ростовта Көнбайыш һәм Төньяҡ-Көнбайыш сәнәғәт зоналарын тоташтырған иң киң автомагистраль — Малиновская урамы һалынған. Урындағы халыҡ уны БАМ тип атаған.

Инфраструктура

үҙгәртергә

Районда 9 мәктәп (№ 15, 37, 60, 61, 86, 87, 92, 95), 10 балалар баҡсалары һәм комбинаттары, 2 сауҙа үҙәге, «Универсам» магазины, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиеләре селтәре, И. И. Ворович исемендәге математика, механика һәм компьютер фәндәре институты, Көньяҡ Федераль Университеттың (ЮФУ) химия факультеты, юғары технологиялар, география факультеты һәм физика факультеты корпустары, Тегеү сәнәғәтенең ғилми-тикшеренеү институттары, «Южгипрозем», «Гидрохим» һәм ВНИИГРИуголь, өлкә дауаханаһы һәм 20-се ҡала дауаханаһы, иҫәпте механикалаштырыу техникумы, 7-се музыка мәктәбе бар.

Һуңғараҡ «Плевен» кинотеатры, Өлкә балалар дауаханаһы, стоматология поликлиникаһы, Юғары мәктәп Төньяҡ-Кавказ ғилми үҙәгенең бер нисә институты, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Юридик институтына үҙгәртелгән Эске эштәр министрлығы башлыҡтары составы мәктәбе, һөнәри-техник училищелар (№ 5 һәм № 2), шулай уҡ тағы 9 мәктәп (№ 73, 31, 58, 86, 87, 103, 112, 117, 119) төҙөлә.

Ле-Ман урамы менән Коммунистик проспекты киҫешкән районда ҡайһы бер мәҙәни һәм спорт учреждениелары: теннис мәктәбе, фитнес-үҙәк, 2014 йыл аҙағында асылған «Ice Arena», «Көнбайыш» сауҙа үҙәге, Изге Георгий Победоносец сиркәүе урынлашҡан.

Фотогалерея

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  2. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  4. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  5. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә