Зорге урамы (Дондағы Ростов)
Зорге урамы (Дондағы Ростов) — Дондағы Ростов ҡалаһының Совет районы биләмәһендә урынлашҡан урам. Коммунистик проспектынан башлана һәм Еременко урамы менән киҫешкән урында тамамлана. Йүнәлеше — көньяҡтан төньяҡҡа, Берҙәмлек урамы менән параллель. Урамда хәрәкәт һыҙаты 2-нән 4-кә тиклем үҙгәрә.
Зорге урамы Дондағы Ростов | |
Благода́тная урамы менән киҫешкән ер | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Район | |
Оҙонлоғо |
~ 2,7 км |
картала | |
OpenStreetMap-та | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Исеме
үҙгәртергәУрам исеме Советтар Союзы Геройы, совет разведчигы Рихард Зорге хөрмәтенә ҡушылған.
Транспорт
үҙгәртергәКөнбайыш торлаҡ массивының магистраль урамы булып тора. 26, 67, 71, 94, 96-сы маршрут автобустары, шулай уҡ күп һанда маршрут таксиҙары хәрәкәте ойошторолған.
Төҙөлөшө
үҙгәртергәЙоп яғында башлыса төрлө һандағы ҡатлы, Көньяҡ Федераль Университет ятаҡтарын да индереп, торлаҡ йорттар, шулай уҡ йәмәғәт-көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналар ҙа бар. Таҡ яғында, торлаҡ йорттарҙан тыш, Г. Плевен исемендәге парк, Көньяҡ Федераль Университет факультеттары, Привоз баҙары, университеттың студенттар ҡаласығы яңы төҙөлөштәре, Талер сауҙа үҙәге урынлашҡан.
Иғтибарға лайыҡ объекттар
үҙгәртергә- Совет районы хакимиәте[1]
- Г. Плевен исемендәге парк
- Көньяҡ Федераль Университет факультеттарының һәм студенттар ҡаласығының бер өлөшө