Старцев Федор Тарасович

легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.

Старцев Федор Тарасович (1906 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.

Старцев Федор Тарасович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Кушнаренко районы
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Старцев Федор Тарасович 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Кушнаренко районы Пиреново ауылында тыуа. 1941 йылда Өфө ҡалаһының Сталин районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 1-се батареяһында ат тотоусы булып хеҙмәт итә[1]. Аттарын һәр ваҡыт ваҡытында ашатып, таҙартып һәйбәт торошта тотҡаны өсөн Старцев Федор Тарасович 1944 йылда «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Бранденбург ҡалаһы өсөн һуғышта ҡатнашып, яралы пушка ҡороусыны алмаштыра һәм снарядтарҙы тиҙ бирергә ярҙам итә, дошмандың һөжүмен кире ҡағыуға булышлыҡ итә. 1945 йылдың 27 апрелендә ездовой ҡыҙылармеец Старцев Федор Тарасович «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

Старцев Федор Тарасовичтың һуғыштан һуңғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә