Ставрополь төркмәндәре
Трүхмәндәр (ставрополь төркмәндәре, үҙатамалары — төркмән) — төркмәндәрҙең һаны 15 меңдән ашыу кешеһе булған (2010 йылдағы иҫәп алыу буйынса) этнографик төркөм йәшәгән этнографик төркөмө Ставрополь крайының төньяҡ-көнсығышында (Төркмән һәм Нефтекумский районының төньяғы) йәшәйҙәр. Трүхмәндәрҙең ата-бабалары күсә XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында, чоудор, игдыр һәм союнаджи (башҡа транскрипцияла чавдуровский, эгдыровский һәм сайнаджиевский) төркмән ҡәбиләләренән айырылып, Манғышлаҡ, ярымутрауынан күскән. Ставрополь төркмәндәрендә был ырыуға бүленеш XX быуат башына тиклем һаҡланған һәм рәсәй губерна властары был йолаға оҙаҡ ваҡыт хөрмәт менән ҡараған[1].
Ставрополь төркмәндәре | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Формалашыу тарихы
үҙгәртергәХәҙерге Ставрополь крайы территорияһына төркмәндәрҙең килеүе 1609 йылда каспий буйы далаларына килгән ҡалмыҡтарға бойондороҡло манғышлаҡ төркмәндәренең бер өлөшө торғут ханы Хо-урлюктың тән һаҡсыһы итеп беркетелеүенә бәйле. Башта ставрополь төркмәндәре ҡалмыҡтар менән бергә күсеп йөрөгән. Яҙма сығанаҡтар төркмәндәрҙең Волганың уң ярында 1653 йылда уҡ йәшәгәнен билдәләнгән. Әммә, ҡалмыҡ хандары менән уларҙың мөнәсәбәттәре ҡатмарлы булған. Мәҫәлән, 1771 йылда Волга аръяғына күсеп килгән төркмәндәрҙең бер өлөшөн, уларҙың ихтыярына ҡаршы, Рәсәйҙең Волганың түбәнге ағымында нығыныуын хушһынмаған боласыл ҡалмыҡ ханы Убаши Ҡытайға көсләп алып киткән. Әммә Урал йылғаһы аръяғында 340 төркмән ғаиләһе ҡасып киткән һәм хәҙер рәсәй биләмәләре булған ерҙәренә кире әйләнеп ҡайтҡан. Рәсәй властары уларға Волганан алып Төньяҡ Кавказдағы Кума йылғаһына тиклем күсеп йөрөү мөмкинлеген биргән.
1793 йылда төркмән эмигранттарының икенсе тулҡыны Манғышлаҡты ҡалдырып киткән. Әммә был тулҡын вәкилдәре Ставропольеға тиклем килеп етмәй, ә Волга дельтаһында төпләнә. Шулай итеп, әстерхән төркмәндәре формалашҡан. Уларҙың рәте айырым күскенсе төркмән ғаиләләре менән 1813 йылға[1] тиклем тулыландырылыуын дауам иткән. П. И. Небольсин мәғлүмәттәре буйынса, Волганың түбәнге ағымында 600 манғышлаҡ төркмәненең иң һуңғы төркөмө төпләнә[2].
Ултыраҡлыҡҡа күсеү
үҙгәртергә1825 йылдан Ставрополь губернаһында ике үҙәктән: Йәйге һәм Ҡышҡы ставканан торған Төркмән приставлығы булдырылған. 1827 йылда Рәсәйҙең Көньяғындағы төркмәндәр хәрби бурыстан азат ителә . 1825 йылдан һуң, Ставропольеға рус кәрҫтиәндәренең күпләп күсенеүе сәбәпле, губерна властары күскенселәрҙең[3] тормошон тәртипкә һалырға тырышалар. Төркмәндәр араһында традицион тип һаналған күсмә малсылыҡ яйлап ҡына тарҡалыш кисергән. 1863 йылда Үрге Барханчаҡта төркмәндәр 708 хужалыҡтан торған Баш-оба йәки Баш-ағыл (йәғни баш йәки сығанаҡ ауыл, аран загон) ойоштора. Этнограф Володин мәғлүмәттәре буйынса, 1902 йылда урындағы төркмәндәр 2 072 йорттан һәм 11 мең кешенән торған 13 ултыраҡ ауылда йәшәгән. Күскенсе төркмәндәр аҙ өлөш тәшкил иткән: 5,5 мең.
Революцияға тиклем трүхмәндәр араһында билдәле бер мөлкәт дифференциацияһы булған. Иң билдәлеләрҙән — урындағы эшҡыуар Муса- Аджи Эшеев (Ишеев) булған, уға яҡынса 1500 кеше эшләгән. Ул 2011 йылға саҡлы һаҡланған көнсығыш стилендәге кирбес йорт төҙөгән. Эшеев он, кәрәсин, май менән сауҙа иткән, Беренсе донъя һуғышында рус армияһын ахалтекин тоҡомло сабыш аттары менән тәьмин иткән. Уның өйө эргәһендә тирмә (юрта) торған, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр һәм килгән-киткән өсөн балсыҡтан һылап эшләнгән ваҡытлыса йорт мазанка, дарыухана, тирмән, ҡорамалдарын Франциянан һатып алған май заводы һәм һабын етештереү мыловарня заводы булған.[4]
Совет осоронда
үҙгәртергә1917 йылда Төркмән приставлығы төркмән өйәҙе тип үҙгәртелгән, 1920 йылдан үҙәге Летняя ставка ауылында урынлашҡан Төркмән районы булып киткән. Тамырландырыу сәйәсәте сиктәрендә милли кадрҙар әҙерләнгән: 1933 йылға Төркмән район башҡарма комитеты хеҙмәткәрҙәренең 80-85 % төркмән булған, бөтә төркмән ауыл советтарында барлыҡ рәйестәре һәм секретарҙары төркмән халҡы вәкилдәре булған.
Коллективлаштырыу ваҡытында элекке төркмән байҙарының бер өлөшө Кума йылғаһы аръяғына ҡасып, Дағстанда, яңы ауылдарға нигеҙ һалған, ул ауылдар әле лә бар. 1956 йылда Төркмән районы бөтөрөлә, әммә 1970 йылда яңы сиктәрҙә тергеҙелә[4].
Ырыу-ҡәбилә бүленеше
үҙгәртергәТарихи тайптарға (халыҡтарға йәки нәҫел-заттарға) бүленгәндәр. 2007—2011 йылдарҙағы ялан тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ҡәбилә бүленеше һаҡланған һәм ҡайһы бер роль уйнай. Хатта бер ауылда ла төрлө төркмән халыҡтары вәкилдәре айырым төпләнергә тырыша. Мәҫәлән, яңауыл Озек-Суат ауылы союнаджилар (улар ауылда яҡынса 30 %) һәм иғдырҙар (10 %) йәшәгән Үргегә һәм яҡынса 60 % тәшкил иткән човдурҙар — Түбәнгегә бүленә. улар «Ҡәбилә» теләктәшлеге тойғоһо реаль мәғәнәгә эйә, административ ресурстарҙы ҡулланыуҙағы көнәркәшлектә файҙаланыла. Идаралыҡта фәҡәт үҙенең нәҫеле вәкилен күреү теләге урындағы власть органдарына һайлауҙар ваҡытында тойола. Озек-Суат халҡы әйтеүенсә, етди һайлау алды көрәше һөҙөмтәһендә, аңлашылмаусанлыҡтар һәм бәхәсле хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылаған. Клан-ара көрәштең киҫкенлеге тураһында һөйләгәндә, ауыл халҡының ҡайһы берҙәре, 2000 йылдар уртаһына тиклем булғанса, урындағы хакимиәт башлығы итеп төркмәнде түгел, ә төркмәндәргә нейтраль мөнәсәбәттә торған урыҫты ҡуйыу яҡшы тигән фекер әйтәләр[4].
Аҡһаҡалдар советы һәм үҙидара
үҙгәртергәБатша осоронда трүхмәндәрҙә приставҡа ярҙам итеүсе аҡһаҡалдар һайлап ҡуйыла торған булған. 2007 һәм 2011 йылдарҙағы ялан тикшеренеүҙәре күрһәтеүнсә, урындағы үҙидара органдарынан тыш, ставрополь төркмәндәрендә Аҡһаҡалдар советы ҙур роль уйнай. Был органдар зыяраттарҙа үткән йыйылыштарҙа һайлана. Һайлаусылар булып 30 йәштән өлкәнерәк ир-аттар (атаһы менән улдары килергә мөмкин) тора, йыйылышта һәр бер йорттоң бер вәкилдең ҡатнашыуы ла мотлаҡ. Аҡһаҡалдар Советына оло йәштәге әүҙем ир-егеттәр инә, мулла ҙур роль уйнай. Советтың бурыстары етерлек ҙур — йәмәғәт эштәрен үткәреү (мәҫәлән, мал һыулау урыны ойоштороу), дөйөм ихтыяж талап иткән эштәр атҡарыу өсөн аҡса йыйыу: (мәҫәлән, мәсет йә юл төҙөү), ауылдаштарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында (мәҫәлән, аҡса йыйыу өсөн тол ҡатынға, йәки кемдер сәфәргә йыйынғанда, улы ата-әсәһенән айырылып сығып, үҙ донъяһын ҡорғанда йәки газ үткәрергә ярҙам иткәндә). Шулай уҡ совет айырым кешеләрҙең үҙ-ара дәғүәләшеүен ҡарай, ғәйеплеләргә яза иғлан итә, хатта ҡайһы бер осраҡта хоҡуҡ һаҡлау органдары функцияларын да үҙ өҫтөнә ала, полиция ярҙамына мөрәжәғәт итмәй, үҙ ысулдары менән ғәйеплеләргә ыңғай йоғонто яһай. Үҙидара йәмәғәт тормошон тулыһынса көйләгән төркмән ауылдары бар. Мәҫәлән, Уллуби-Йорт һәм Маһач ауылдары 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан ауыл хакимиәтенә — үҙәге Каясул тигән нуғай ауылына инә. Урындағы халыҡ фекеренсә, урындағы хакимиәт төркмән ауылдары халҡы тормошона бөтөнләй иғтибар итмәй, төҙөкләндереүгә, юлдар төҙөүгә бөтөнләй аҡса бүлмәй. Шуға күрә бөтә проблемаларҙы ла халыҡҡа үҙенә хәл итергә тура килә, улар күп нәмәне тәртиптә тота һәм янъял сығармай конфликт. Эске үҙидара Ханҡала гарнизонына һәм төньяҡ төҙөлөштәренә аҡса эшләргә йөрөүсе төркмән бригадаларына ла хас. Төркмәндәр бригадалар хасил итә, бер-береһенә терәк була һәм дөйөм тәртипте һаҡлай: насар ҡылығы өсөн, мәҫәлән, алкоголь менән мауыҡҡан төркмәнде кире ҡайтарып ебәреү ҡарары сығарыла[4].
Шөғөлдәре
үҙгәртергәТрадицион шөғөлдәре — малсылыҡ (һарыҡ, кәзә, ат, эре мөгөҙлө мал, дөйә), йөндән балаҫ һәм башҡа әйберҙәр эшләү. 2007 һәм 2011 йылдарҙағы ялан һәм тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, Ставрополье төркмән ир-егеттәре араһында хеҙмәт миграцияһы киң таралған. Төркмән районы ир-ат төрөкмәндәренең күпселек өлөшө Ханҡалаға, рәсәй гарнизонына бара. Нефтекум районының төркмән ауылдары ир-аттары аҡса эшләргә Төмән өлкәһенә сығып китә. Ҡәҙәр Озек-Суат, Уллуби-йорт һәм Маһач ауылдарының йәш ир-егетенең 90 % яҡыны Төмән, Тында, Норильск һәм башҡа себер райондарында газ һәм нефть үткәргес һалыу төҙөлөштәрендә эшләй. Был, халыҡ фекеренсә, «саф төркмәнсә, урындағы проект»: бер үк ваҡытта, ҙур ойошҡанлыҡ менән ауылдарҙан унда 300—400 кеше эшкә сығып китә[4].
Теле
үҙгәртергәТрүхмән теле — төркмән теле диалекты, трүхмәндәр йәйләгән ерҙәр менән сиктәш нуғай халҡы күсеп йөрөгәнлектән, нуғай теленең йоғонтоһо һиҙелерлек. Ставрополь төркмәндәре теленә Ташуғыҙ һәм Чәржев (Төркмәнабад) виләйәттәре теле яҡыныраҡ, һәм улар Ашхабад[4] телевидениеһы тапшырыуҙары алып барылған төркмән телен насар аңлай.
2000 йылдар аҙағы — 2010 йылдар башы ялан тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ставрополь төркмәндәре, шул иҫәптән йәштәр ҙә, ғаиләлә туған телдә һөйләшә. Төркмәндәрҙең бөтәһе лә тиерлек, бик аҙ һанлы оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыҫтырмағанда, урыҫ телен бөтә камиллығында белә, йәғни улар тулыһынса ике телле.
Революцияға тиклем төркмән теле уҡытылған— мәҫәлән, 1913 йылдан башлап Озет-Суат ауылы мәктәбендә төркмән телен уҡытҡандар. 1920-ме йылдарҙа һәр төркмән ауылында тиерлек милли мәктәптәр һәм китапханалар асылған, 1930 йылдан район гәзите төркмән телендә сыҡҡан. 1965 йылда мәктәптәрҙә туған телдә уҡытыу туҡтатылған.
Ставрополье мәктәптәрендә 2000-се йылдар башына тиклем, әҡайһы берендә (мәҫәлән, Эдельбай) хатта һуңғараҡ та, төркмән теленең әҙәби варианты уҡытылғанлыҡтан, 1990-сы йылдарҙа, «төркмән теле» буйынса белем алыу маҡсатында, бер нисә кеше Ашхабадҡа ебәрелгән була. Әммә һуңғараҡ төркмән телен ҡулланыу өлкәһе тарая — 2000-се йылдар уртаһынан Ставрополь крайында төркмән телендә бер радиотапшырыу йәки телетапшырыуҙар ҙа алып барылмай, бер баҫма ла юҡ. Мәктәптәрҙә уҡытыу (Озек-Суат ауылы мәктәбендә төркмән телен факультатив дәрестәрҙә өйрәнәләр) урыҫ телендә генә алып барыла[4].
Дине
үҙгәртергәДин тотоусылар — нигеҙҙә сөнни мосолмандар. 2007 һәм 2011 йылдар ялан тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, һәр ауылда тиерлек мәсет бар, ә мулла йәмғиәт тормошонда мөһим роль уйнай. Әммә йолаларҙы ихлас үтәүҙәре асыҡланмаған. 34 респонденттан ун кеше, шуларҙың яртыһы — йәш ҡатын-ҡыҙ, мәсеттә булғаны бар. Һорауға яуап биреүселәрҙең икәүһе генә мосолман ураҙаһын тотҡан. Мәсет төҙөү һәм муллалар эшмәкәрлеге ирекле иғәнәләр иҫәбенә алып барыла. Мәсеткә йылына ике тапҡыр аҡса йыйыла; барыһы ла, дингә ҡарашына ҡарамай, иғәнә, хәйер биреүҙе изге бурыс тип һанай. Мосолмандарҙың ике төп (Ураҙа һәм Ҡорбан) байрамын билдәләйҙәр, был көндө ир-аттар, әрүахтарға доға ҡылыр өсөн, зыяратҡа килә, һәм бында йәмәғәт эштәрен дә барлайҙар[4].
Матди мәҙәниәт
үҙгәртергәТикшеренеүсе О. Брусина билдәләүенсә, Ставрополье төркмәндәренең мәҙәниәте, ни тиклем үҙенсәлекле булыуына ҡарамаҫтан, улар өсөн фәҡәт Төркмәнстан мәҙәниәте генә өлгө булып тора. Ставрополье төркмәндәренең традицион костюмы урта азия төркмәндәре костюмынан күпкә айырыла, әммә 2007 һәм 2011 йылдарҙағы ялан тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, рәсәй төркмәндәре, Төркмәнстанға барып, унда стандартлаштырылған (текинский) өлгөлө милли кейем һатып алғанын асыҡланы. Үҙҙәренең халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре һәм һыбайлылар сығыштары өсөн, традицион гөрәш (көрәш) ҡатнашыусылары өсөн халыҡ кейемен Төркмәнстанда заказ биреп тектерәләр. Был кейемдәрҙең ставрополь һәм әстерхан төркмәндәренең традицион костюмы менән уртаҡлығы аҙ булһа ла, уларға милли рухты нығытыусы символ булараҡ ҡарайҙар[4].
Антропологик ҡиәфәттәре
үҙгәртергәТүрхмәндәр, милләт-ара никахтар менән бәйләп әйтер кәрәктер, Төркмәнстан төркмәндәренән күберәк монголоидлығы һәм ағыраҡ тәнле булыуы менән айырылып тора[4].
Һаны һәм таралып йәшәүҙәре
үҙгәртергә2002 йылда халыҡ иҫәбен алғанда, трүхмәндәр төркмәндәр менән бергә иҫәпкә алынды (бергә 33 меңдән ашыу), әммә бер нисә быуат дауамында айырылып йәшәгәнлектән, трүхмәндәр Төркмәнстандағы милләттәштәренән һиҙелерлек йыраҡлашҡан. Ставрополь крайында ул саҡта 13,9 мең төркмән теркәлгән (0,48 %). Теркәү иҫәбен алыу 2010 йылғ халыҡ иҫәбен алыу крайҙа 15 048 төркмән йәшәүен күрһәтте. Улар, край халҡы һаны буйынса, 0,54 % өлөш менән, 9-сы урында тора.
Таралып йәшәүҙәре
үҙгәртергә- Нефтекум районы 5 116 кеше (7,44 %)
- Төркмән районы 4 373 кеше (17,9 %)
- Арзгир районы 540 кеше (1,95 %)
Төркмәнстан менән бәйләнештәре
үҙгәртергәСтаврополье төркмәндәре Төркмәнстан менән бәйләнеш тота: был илгә бер нисә делегация барҙы, Эдельбай ауылында 2009 йылда төркмән шиғриәте классигы Мәхтүмкүлиҙең Ашхабадтан килтерелгән бронза бюсы ҡуйылды. Ашхабадҡа, фестивалдәрҙә ҡатнашыу маҡсатында, бер нисә тапҡыр ставрополь һәм әстерхан төркмәндәренең халыҡ бейеү һәм музыкаль ансамблдәре саҡырылды. Төркмәнстанға күпләп күсеп китеү екүҙәтелмәй: билеттар ҡиммәт һәм виза кәрәк. Ялан тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ставрополь төркмәндәре спутник антеннаһы аша Ашхабад тапшырыуҙарын ҡарай, ә һорау алыныусыларҙың күпселеге илдәренә барырға теләй, әммә сәфәргә сығыусылар бер нисә бөртөк кенә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Регина Болдырева. История формирования этноса Ставропольских туркмен на территории Туркменского района . doshkolnik.ru. Дата обращения: 15 февраль 2018.
- ↑ Туркмены . etnokonf.astrobl.ru. Дата обращения: 15 февраль 2018. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Ставропольские туркмены, infoabad.goodforum.net. 15 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Курбанов А. В. Ставропольские туркмены. Историко-этнографические очерки. — СПб.: Изд. отд. Языкового центра СПб ГУ, 1995.